Һәр беребеҙ үҙенең тәүге тапҡыр мәктәпкә барған көнөн, тәүге ҡыңғырау зыңлауын, тәүге мәктәп байрамдарын ғүмере буйы күңелендә йөрөтәлер. Беренсе уҡытыусы сабыйҙы хәреф танырға, уҡырға, яҙырға ғына түгел, ауырлыҡтар алдында бөгөлөп төшмәҫкә өйрәтә, уны оло тормошҡа әҙерләүгә күп көс һала. Шуғалыр ҙа, йылдар үтһә лә, башланғыс класта уҡытҡан уҡытыусы ул онотолмай. Ҡаныҡай мәктәбен тамамлаусылар, йәғни 1976 йылғы сығарылыш уҡыусылары тәүге уҡытыусылары – Флүзә Йәғәфәр ҡыҙын күркәм юбилейы менән ҡотлау өсөн уның йортона йыйылды.
- Флүзә апа - беҙҙең беренсе уҡытыусы, беҙ – уның беренсе уҡыусылары. Тәүге тапҡыр ҡулыбыҙҙан тотоп, ҡәләм ярҙамында беренсе һыҙыҡтар, тәүге һандар, хәрефтәр яҙҙыртыуы әле булһа күҙ алдында тора. Юғары класта уҡығанда, йәғни 8-cелә, класс етәксебеҙ Рәмил ағай Абдрахманов колхозға эшкә китте лә, беҙҙе мәктәп тупһаһынан ҡаршы алған Флүзә Йәғәфәр ҡыҙы оло тормош юлына оҙатып ҡалды. Йылдар үтһә лә, һиҙгер күңелле, сабыр, бер үк ваҡытта етди һәм ғәҙел, беҙҙе үҙ балаларылай күргән, хәстәрләгән оло йөрәкле уҡытыусыбыҙҙы онотмайбыҙ. Биш йыл һайын яратҡан уҡытыусыбыҙҙың юбилейына йыйылабыҙ, ихлас күңелдән уға рәхмәтебеҙҙе әйтәбеҙ, Ул һәр баланың яҡшы кеше булыуына ышаныс күрһәтеп, күңелдәрҙе елкендерерлек һүҙҙәр таба торғайны. Апабыҙ класыбыҙҙы татыу коллектив итеп ойоштора алды, шуға күрә, беҙҙең кластың әле лә дуҫ йәшәүендә уның да өлөшө барҙыр тип уйлайым, - ти, уның уҡыусыларының береһе Велмера Ғатауллина.
Флүзә Йәғәфәр ҡыҙы Батраева Ҡаныҡай урта мәктәбендә хаҡлы ялға сыҡҡас та хеҙмәтен дауам итә. Эшләү дәүерендә бала күңеленә белем орлоҡтары һалған, нисәмә быуын балаларҙы уҡырға һәм яҙырға өйрәткән оло йөрәкле уҡытыусының абруйы ҙур. Юҡҡа ғынамы ни ул ‘Башҡортостандың мәғариф отличнигы’ исеменә лайыҡ булған!
Уҡытыусыларына рəхмəтле уҡыусылары һаман да онотмай уны: тыуған көнө һәм һөнәри байрам уңайынан ҡотлай, осрашыуҙарға саҡыра. Уҡытыусы кешегә ошонан да оло хөрмәт булыуы мөмкинме икән? Заманында йәш уҡытыусы ҡабул итеп алған егерме уҡыусы, хәҙер инде үҙҙәре күптән олатай-өләсәй булған, әммә сал сәсле уҡыусылары уны һаман ҙур хөрмəт менəн иҫкə ала.
Ауыл яҙмышына битараф булмаған класташтар Бөйөк Еңеү байрамы алдынан мәҙәниәт йортоноң ихатаһына ағас ултыртырға тәҡдим иткәйне. Тиҙ арала ауыл халҡының матди ярҙамы һәм өмә менән клубтың артҡы яғы евроштакетник менән уратылып алынды һәм осрашыуға килгән 11 кеше миләш һәм нарат ағастары ултыртты.
Киләсәктә лә бындай йылы осрашыуҙар булыр, тип ышанғы килә.
Ләйлә ҒҮМӘРОВА әҙерләне.