Сарала барлығы ун биш белорус нәшриәте үҙ китап продукцияһын тәҡдим итәсәк. Был бер йыл элек булғандан 15 тапҡыр күберәк!
Башҡортостан һәм Белоруссия араһында үҙара мәҙәни ҡыҙыҡһыныу үҫә һәм был шатландыра.
– Беларустан Башҡортостан башҡалаһына киләсәк китаптарҙың һанын әйтеү ҡыйын, әммә уларҙың дөйөм ауырлығы – 1,5 тонна, – тип хәбәр итә БДБ илдәрендә уҙғарыла торған китап күргәҙмәләрен һәм йәрминкәләрен ойоштороусылар Советы Рәйесе Дмитрий Макаров. – Беҙ Өфөлә белорус әҙәбиәтенең барлыҡ төрҙәрен – дәреслектәрҙән һәм балалар китаптарыннан алып классикаға ҡәҙәр тәҡдим итәсәкбеҙ. Шул иҫәптән белорус телендә лә китаптар буласаҡ, шуға күрә барлыҡ ҡыҙыҡһыныусыларҙы Белоруссия стендына саҡырабыҙ.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ, китаптар өҫтәмә хаҡһыҙ һатыласаҡ.
Халыҡ һанын алыу мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда барлығы 17,5 мең белорус йәшәй. Уларҙың күпселеге Иглин һәм Архангель райондарында көн күрә. 1996 йылдан белорус милли-мәҙәни үҙәге эшләй.
Башинформ