Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
20 Май 2024, 09:43

"Салауат ере" паркы булдырыла

Милли геройыбыҙҙың тыуған көнөнә  Салауат районында тарихи-мемориаль парк асыла.

"Салауат ере" паркы булдырыла"Салауат ере" паркы булдырыла
"Салауат ере" паркы булдырыла

 Башҡортостанда 16 июндә милли геройыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуған көнөнә  «Салауат ере» тарихи-мемориаль паркын асыу һәм  «Салауат йыйыны» республика фольклор байрамын ойоштороу планлаштырыла. Был хаҡта бөгөнгө оператив кәңәшмәлә Башҡортстан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. 

БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев Салауат районында “Салауат ере” паркының әҙерлеге тураһында һөйләне.

- Бер аҙна элек  ойоштороу комитетының подрядчик менән берлектәге ултырышын үткәрҙек.  Ваҡытында әҙерләп өлгөрөргә ышаныс бар. Юл яҡшы, урыны ла.   

- Аҡса бүлдек, бик  бик яҡшы туризм урыны барлыҡҡа килә. Иң мөһиме –  беҙҙең геройҙың тыуған еренә яҡшы хәтер урыны булдырабыҙ, – тине Радий Хәбиров.

Башинформ.   

"Салауат ере" паркы булдырыла
"Салауат ере" паркы булдырыла
Автор:
Читайте нас