Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Май , 18:08

Рәсәйҙә коронавирустың яңы төрө тарала башлаған

Миҙгел ауырыуы, тип йөрөмәгеҙ, табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ. 

Рәсәйҙә коронавирустың яңы төрө тарала башлаған
Рәсәйҙә коронавирустың яңы төрө тарала башлаған

Роспотребнадзор мәғлүмәте буйынса, байрам көндәренән һуң COVID-19 менән сирләү осраҡтарының артыуы теркәлә. Ведомство Рәсәйҙең барлыҡ биләмәләрендә SARS-CoV-2 варианттарының таралыуын күҙәтә. Һаман да, тотош донъялағы кеүек үк, Omicron геноварианты өҫтөнлөк итә.

Шул уҡ ваҡытта яңы геноварианттар асыҡланған.

«Мониторинглау осоронда FLiRT вариантының 178 яңы осрағы асыҡланған, шул иҫәптән KP.2 (өс осраҡ), KP.1.1 (биш осраҡ), KS.1 (170 осраҡ) варианттары. Улар барыһы ла уның башҡа төрҙәренә ҡарағанда нығыраҡ хәүеф менән янамай. FLiRT вариантының билдәләре Omicron менән оҡшаш: биҙгәк тота, йүткертә, тамаҡ, баш ауырта, хәлһеҙлек, тәм, еҫ тоймау күҙәтелә», — тип белдерҙеләр Роспотребнадзорҙа.

https://www.bashinform.ru

Рәсәйҙә коронавирустың яңы төрө тарала башлаған
Рәсәйҙә коронавирустың яңы төрө тарала башлаған
Автор:
Читайте нас: