Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Май , 14:41

Төрөлгән ҡоймаҡ

Ҡоймаҡты йомортҡалы, эсремсекле, итле-дөгөлө эслек менән әҙерләргә була.

Төрөлгән ҡоймаҡ
Төрөлгән ҡоймаҡ
Ҡоймаҡты табынға ҡаймаҡ, еләк-емеш ҡайнатмаһы, джем менән бирергә була, шулай уҡ төрлө эслек менән дә бирергә була. Шуларның бер нисәһен һеҙгә тәҡдим итәбеҙ.
 
Эремсекле эслек:
 
1 литр һөт, 2-3 стакан он, ярты балғалаҡ тоҙ, ярты балғалаҡ аш содаһы, 2 ҡалаҡ шәкәр, 2 ҡалаҡ көнбағыш майы, 2 йомортҡа; эслеккә ярты килограмм эремсек, 1 стакан йөҙөм, 3 ҡалаҡ шәкәр, 100 грамм ҡаймаҡ кәрәк.
 
Һөткә бөтә ингредиенттарҙы ҡушып ҡамыр эшләйбеҙ. Табала бер үк күләмдә алынған аҡ май менән үҫемлек майын ҡыҙыу хәлгә еткерәбеҙ, шунда ҡоймаҡ ҡоябыҙ.
Эремсеккә шәкәр, йөҙөм, ҡаймаҡ һалып болғатабыҙ (ҡорораҡ тойолһа, бер нисә ҡалаҡ ҡына һөт өҫтәргә була). Һәр ҡоймаҡҡа 2 ҡалаҡ самаһы эслек урайбыҙ.
 
Эслектең тағы бер варианты: картуфты бешереп иҙәбеҙ ҙә майҙа ҡыҙҙырылған һуған ҡушабыҙ.

Йомортҡалы эслек: 4 йомортҡаны ҡаты итеп бешерергә. Ҡырғыстан үткәрергә. Ваҡ итеп туралған йәшел һуған ҡыяғы, тәменсә тоҙ ҡушырға. Ҡорораҡ булһа, 1 аш ҡалағы ҡаймаҡ өҫтәргә мөмкин.

Итле эслек:  500 грамм ит фаршын ваҡ итеп туралған 1 баш һуған суган менән ҡыҙҙырырға. Тәменсә тоҙ, борос өҫтәргә.

Итле-дөгөлө эслек: Һуғанды ваҡ итеп турарға. Фарштың һуты парға әйләнеп бөткәнсе үҫемлек майында ҡыҙҙырырға. Һуған ҡушып, бергә ҡыҙҙырырға. Әҙер фаршҡа бешкән дөгө өҫтәргә, тәменсә тоҙ, борос һибеп болғатырға.

Фото: Pixabay/RitaE
https://vk.com/tamletamak?z=photo-100332517_457240435%2Falbum-100332517_00%2Frev
Төрөлгән ҡоймаҡ
Төрөлгән ҡоймаҡ
Автор:Гумерова Л
Читайте нас: