+30 °С
Болотло
Бишбүләктәр хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Исаев Илью Михайлович менән хушлашты. Ил алдындағы бурысын намыҫ менән үтәгән һалдатты һуңғы юлға оҙатырға туғандары, ауылдаштары, класташтары килде. Район хәкимиәте башлығы Артур Зарипов яугирҙең ғаиләһенең һәм туғандарының ҡайғыһын уртаҡлашты, Ерекле ауыл Советы етәксеһе Романова Людмила Ивановна һәм хеҙмәттәштәре лә яугирҙе изге һүҙҙәр менән хәтергә алды.
Батырҙарса һәләк булған яҡташыбыҙ үҙе тыуып үҫкән Лысогорка ауылында ерләнде.
Беҙ ҙә яугирҙең яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
https://vk.com/officialbiz