Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
26 Май 2024, 16:24

«Оҫта ҡулдар» хайран итә

Ҡырғыҙ-Миәкәлә төбәк оҫталарының ҡул эштәренән йәрминкә ойошторолдо

«Оҫта ҡулдар» хайран итә«Оҫта ҡулдар» хайран итә
«Оҫта ҡулдар» хайран итә

Халыҡ һөнәрселәренең оҫта ҡулдары тыуҙырған гүзәллеккә ҡарап һоҡланып туйып булмай. Стәрлебаш, Дәүләкән, Әлшәй, Бәләбәй һәм Бишбүләк районының оҫталары үҙҙәренең ижад емештәрен алып килгән. Унда ябай энә менән бәйләнгән әйберҙәр, милли биҙәүестәр, керамика, балауыҙ, күндән яһалған әйберҙәр, хуш еҫле һабын, ротагтан үрелгән кәрзин-кашполар, зауыҡ менән үрелгән кәрзиндәрҙән алып уңған хужабикәләр үҙҙәре етештергән һөт ризыҡтары, йәшел тәмләткестәр, тәм-том да һатыуға ҡуйылғайны. Ғафуриҙан килгән гармун яһаусы оҫтаның эшенә һоҡламаған кеше ҡалмағандыр.

Беҙҙең районыбыҙҙҙың ҡул эше оҫталары: Хәйруллина Светлана, Хисмәтова Илсинә, Хәлиуллина Гөлшат, Арыҫланова Зөбәржәт, Прокопьева Виктория, Мирғәлиева Лилиә, Мәллағәлиева Алина, Ноғоманова Динара, Дарья Федорова, Бикбулатова Лилиә һ.б. үҙҙәренең әйберҙәрен халыҡҡа тәҡдим итте. 

Бындай сауҙа рәттәредә һәр кемдең күңеленә оҡшаған әйберҙе һайлап алыу мөмкинлеге бар. Ә йәрминкәләр дауам итәсәк әле.

«Оҫта ҡулдар» хайран итә
«Оҫта ҡулдар» хайран итә
«Оҫта ҡулдар» хайран итә
«Оҫта ҡулдар» хайран итә
«Оҫта ҡулдар» хайран итә
«Оҫта ҡулдар» хайран итә
Автор:Гумерова Л
Читайте нас