Баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар өсөн ысын байрам ойошторолдо. Бында килеүселәрҙең иғтибарын иң тәүҙә башҡорт милли орнаменты биҙәлгән китап павильондары һәм бөйөк әҙиптәребеҙҙең китап, һүҙ байлығы, әҙәбиәт, тормош тураһындағы цитаталар йәлеп итә.
Байрамдың өсөнсө көнө һалҡын булыуға ҡарамаҫтан, майҙандан халыҡ ағымы өҙөлмәне. Берәүҙәр китап һайлар өсөн килһә, икенселәрҙе күргәҙмәләр ҡыҙыҡһындырҙы, өсөнсөләр Рәсәй артистарының сығышын ҡарап кинәнде. Бер өҙлөкһөҙ фонтандар эшләп торған М.Шайморатов һәйкәле янынан айырыуса кеше өҙөлмәне.
Бөйөк мәғрифәтсе М.Аҡмулла һөйкәле янында тиерлек башҡорт тирмәһе ҡуйылған. Башҡорт ижады үҙәге тирмәһендә мәшһүр “Урал-батыр” эпосына арналған сара үтте. Унда туғандаш халыҡтар - ҡырғыҙ һәм ҡаҙаҡтарҙы ла күрергә була ине. Сибай ҡалаһынан килгән мәктәп уҡыусыһы Рамазан Ғүмәров эпосты тулыһынса һөйләп, думбырала һәм ҡурайҙа ла уйнап күрһәтте.
“Тормошто өйрәнеү бик киң төшөнсә. Яҡшы китаптар уҡыу шулай уҡ тормошто өйрәнеү ул”, - тигән Кирәй Мәргән. Эйе, матур әҙәбиәт уҡып үҫкән быуын булараҡ, беҙ быны яҡшы беләбеҙ. Бында элекке союздаш республикалар - Дағстан, Белорусь, Чечен Республикаһы, Ҡаҙаҡстан, Әзербайжан, Санкт-Петербург, Мәскәү һ.б. ҡалаларҙан килгән төрлө нәшриәттәр үҙ баҫмаларын тәҡдим итте. Сауҙа рәттәрендә китап һөйөүселәр яратып ҡабул иткән Сыңғыҙ Айтматовтың “Беренсе уҡытыусы”, “Йәмилә” кеүек әҫәрҙәрҙәрҙән алып, бөгөнгө ижад итеүсе авторҙарҙың китаптарын һайларға була ине.
Башҡортостандың З.Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте лә бай китап күргәҙмәһе әҙерләгән. Әйткәндәй, ул быйыл үҙенең “105-йыллыҡ юбилейын билдәләй. Бында классик яҙыусыларҙың һәм хәҙерге заман әҙиптәренең әҫәрҙәре менән бергә хатта уларҙың үҙҙәрен дә күрергә тура килде.
Тиҙҙән республика халҡы баш ҡалабыҙҙың 450-йыллығын билдәләй. Китап-байрамда Өфөнөң тарихи үткәненә арналған күсмә музей эшләне, Унда үткәндәргә байҡау яһау менән бер рәттән, заманса ҡорамалдар ярҙамында ҡаланы өҫтән күреү мөмкинлеге лә бар ине.
Халык-ара кимәлдә уҙған байрамда өлкәндәр, йәштәр, балалар мауыҡтырғыс сараларҙың шаһиты булды, күңеленә ятҡан китап һайлай алды, төрлө оҫталыҡ дәрес дәрестәрендә ҡатнашты, иҫтәлеккә фотоға төштө.Ҡыҫҡаһы, һәр ҡайҙа байрам рухы тантана итте.
Ләйлә ҒҮМӘРОВА,
Автор фотолары.