Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
29 Май 2024, 12:07

Еләк мул уңыш бирһен, тиһәң...

Баҡса еләге мул уңыш бирһен өсөн сәскәләнеүе генә етмәй. Тейешле тәрбиә, туҡланыу ҙа кәрәк. Әгәр баҡсағыҙҙан эре ҡып-ҡыҙыл еләктәр йыйырға теләһәгәеҙ, түбәндәге кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ.

Еләк мул уңыш бирһен, тиһәң...Еләк мул уңыш бирһен, тиһәң...
Еләк мул уңыш бирһен, тиһәң...

Еләк күпселек өлөш һыуҙан тора. Шуға ла уны һуғарыуға етди ҡарарға кәрәк. Иң яҡшыһы быны кис эшләү. Икенсенән, еләк татлы булһын өсөн уға төрлө микроэлемменттар менән бай ашлама кәрәк. Әлбиттә, уларҙы магазиндан алырға ла була. Әммә ауыл кешеһе өсөн бушлай ашлама ла етерлек. Етмәһә органик матдәләр – зыянһыҙ. Түбәндәге ашламаларҙың үҙегеҙгә оҡшағанын һайлап, еләк сәскә атҡан мәлдә ҡулланығыҙ. Туҡландырыу 1 еләк ҡыуағына 0,5 л эретмә иҫәбенән башҡарыла.

  • 5 л йылымыс һыуға 1 кг сүпрә һалырға ла, 2 сәғәткә йылы урында ҡалдырырға.
  • 10 л һыуға 500 мл тауыҡ тиҙәген һалып, 2 көнгә ҡалдырырға. Тик ашлар алдынан һыу ҡойоп сығырға онотмағыҙ.
  • Ағас көлө калийға бай. 250 г көлдө 1 л ҡайнар һыуға бутап, бер тәүлеккә ҡараңғы урынға ҡуябыҙ. Әҙер концентратты 9 л йылы һыуға болғарға кәрәк.
Еләк мул уңыш бирһен, тиһәң...
Еләк мул уңыш бирһен, тиһәң...
Автор:
Читайте нас