2024 йылдың сәсеү кампанияһы илдең барлык аграрийҙарына оҙаҡ ваҡыт бик капризлы hәм көтөлмәгән һауа торошо менән иҫтә ҡаласаҡ. Әгәр апрель яҙҙың иртә иртә килеүе менән өмөтләндерһә, май айы иһә көн һайын һалҡын ел, ямғыр ҡатыш ҡар hәм тупраҡта йыш ҡырау төшөүҙәр менән көткәндәрҙе аҡламаны. Республиканың күп кенә райондарында бындай тотороҡһоҙ һауа торошо 20 мең гектарға яҡын сәсеүлектәрҙе юҡ итте. Башлыса көҙгө культуралар, шәкәр сөгөлдөрө hәм рапс сәсеүлектәре зыян кyргән. Барлыҡ табиғи катаклизмдарға ҡарамаҫтан, Бишбүләк районы ауыл хужалығы етештереүселәре ең һыҙғанып, көстәрен ҡыҙғанмайынса эшләйҙәр, көндән-көн үҫемлекселек буйынса план кyрһәткестәрен үтәүгә яҡынлашалар. Район территорияһында туңыуҙан зыян күргән сәсеүлектәр теркәлмәгән. 31 майға яҙғы сәсеү район ауыл хужалығы идараһы мәғлүмәттәре буйынса пландың 89 процентын тәшкил итә. Техник культураларҙы нигеҙҙә барлыҡ хужалыҡтар сәскән инде. Бары тик аҙыҡ культуралары (бер йылылҡ үләндәр — аҙыҡ өсөн кукуруз) hәм йылы яратыусы, табышлы ҡарабойҙай сәсәһе генә ҡала.
- Хужалыҡ баҫыуҙары тәртиптә. Был бик тә һөйөндөрә. Быйыл яҙғыһын игенселәребеҙ тырышып эшләне, - ти ауыл хужалығы кооперативы хеҙмәткәрҙәренең башҡарған эштәре тураһында. Киров исемендәге кооперативтың баш агрономы, күп йыллыҡ тәжрибәһе һәм ауыл хужалығында төрлө етәксе вазифаларҙа эшләгән Олег Никанорович Рузаков. - 757 гектар майҙанда ужым культуралары яҡшы үҫте. 691 гектарҙа бойҙай, 453 гектарҙа арпа, 226 гектарҙа һоло һәм 249 гектарҙа көнбағыш сәселде. Тәү сиратта, былар беҙҙең механизаторҙарҙың намыҫлы эше арҡаһында мөмкин булды. Геннадий Тихоновтың иҫ киткес күрһәткестәре бар, ул ҡеүәтле К-150 тракторында 706 гектар эшкәртеп сәсте. Сергей Васильевтың да һөҙөмтәләре яҡшы: К-701 тракторында сәсеү эштәрен 461 гектарҙа башҡарҙы. Тәгәрмәсле ике тракторҙа тәжрибәле механизатор Егор Ефремов hәм Бәләбәй механизация hәм электрлаштырыу колледжы филиалында белем алыусы Тимур Хафизов менән бергәләп, ватылмайынса, туҡтауһыҙ эшләнеләр.
Остазының күрһәткесе 135 гектар, ә шәкертенеке 113 гектарға тигеҙ. Былар бик яҡшы һөҙөмтә! Әйтелгәндәр ышаныслыраҡ булһын өсөн, беҙ райондың ауыл хужалығы идараһының баш агрономы Линар Сәмиғуллин hәм Киров исемендәге кооперативтың баш агрономы Олег Рузаков менән баҫыуҙар буйлап йөрөнөк hәм быйыл яҙғы сәсеүҙе тамамлаусы Сиҙәкбаш ауылы тирәһендә урынлашҡан ҙур баҫыуҙа булдыҡ. Унда ҡарабойҙай сәселә ине. Быйыл әлеге юғары табышлы культура 301 гектар майҙанда сәселәсәк. Баҫыуҙа өс агрегат эшләй: сәсеү алдынан культуривацияны тәжрибәле механизатор Шәүкәт Вәлиәхмәтов үткәрә, сәсеү комплексында райондың иң яҡшы механизаторҙарының береһе Геннадий Тихонов ҡарабойҙай сәсә hәм минераль ашлама һибә, ә тупраҡты Артем Григорьев тығыҙлай. Район аграрийҙары өсөн бик уңайлы булмаған һауа торошо етди кәртә була алманы. С. Юлаев, Калинин исемендәге, шулай уҡ ирле-ҡатынлы Ямалетдиновтарҙың, Зәкиевтарҙың, А.Н. Милютиндың хужалыҡтары эштәрен тамамлап килә. Азат Минәхмәтов быйыл сәсеүҙе беренсе булып тамамланы. Райондың ауыл хужалығы идараһында комплекслы комиссия ойошторолғайны, ул 3-4 июндә барлыҡ хужалыҡтарҙың сәсеүлектәрен ҡабул итeргә hәм уның һөҙөмтәләрен 8 июндә район һабантуйында иғлан итeргә планлаштыра.
Владимир СМОЛОВ.
Автор фотоһы.