Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
4 Июнь 2024, 11:18

Июнь айына һынамыштар.

Июндә томан йыш булһа, бәшмәк күп булыр. - Июнгә ҡара ла декабрҙе күҙалла, ти халыҡ аҡылы.

Июнь айына һынамыштар.Июнь айына һынамыштар.
Июнь айына һынамыштар.

- Турғайҙар сыр-сыу килеп осһа, үҙ-ара һуғышһа, ямғыр яуыр.

- Июндең егерме һигеҙендә яуған ямғыр ете көнгә һуҙылыр.

- Йондоҙҙар күп атылһа, ел булыр.

- Әгәр турғай ояһын ерҙә ҡора икән, йәй бик ҡоро буласаҡ, ә ағаста ҡорһа, ямғырлы була.

- Әгәр миләш һуң сәскә ата икән, көҙ оҙон буласаҡ.

- Июндә томан йыш булһа, бәшмәк күп булыр.

- Июнь айы йылы булһа, уңыш яҡшы буласаҡ.

- Июнь айында ямғырҙан һуң йәйғор пәйҙә булһа, һауа торошо бик оҙаҡ йылы буласаҡ.

- Төндә йәшен йыш булһа, уңыш мул буласаҡ.

- Июнгә ҡара ла декабрҙе күҙалла, ти халыҡ аҡылы.

- Әгәр һандуғас төнө буйына һайрай икән, икенсе көндө көслө ел буласаҡ.

- Июндәге ямғырҙар алтын тауға тиң.

(Интернеттағы асыҡ сығанаҡтан алынды)

Июнь айына һынамыштар.
Июнь айына һынамыштар.
Автор:
Читайте нас