Беренсе эш итеп, тәҙрәләрҙе йыуырға кәрәк. Артабан махсус состав әзерләргә кәрәк буласаҡ. Бының өсөн 1 литр йылы һыуға бер ҡалаҡ глицерин һәм бер ҡалаҡ водород перекисе өҫтәргә кәрәк.
Һөҙөмтәлә барлыҡҡа килгән иретмәне ныҡлап болғатырға. Болғатҡандан һуң уға бер нисә марганцовка кристалдары ҡушығыҙ, кристалдар тулыһынса иреп бөткәнсе, тағын күпмелер ваҡыт болғатығыҙ.
Аҙаҡтан - микрофибра салфетка менән һөртөп алыу ғына кәрәк буласаҡ. Уны иртемәлә сылатып яҡшы итеп һығығыҙ һәм йыуылған тәҙрә быялаларын һөртөгөҙ.
Бындай ысул менән эшкәртелгәндән һуң тәҙрәләр озаҡ ваҡыт таҙа буласаҡ. Бысраҡ һәм туҙан ҡунмаясаҡ.
/baltachtan.ru