Бөгөнгө көндә Ҡаныҡай ауылынан Рүзидә һәм Фәнзил Касимовтарҙың ике улы ла махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Береһе мобилизацияға эләкһә, икенсеһе контракт буйынса хеҙмәт итә.
Ғаиләләге дүрт баланың иң кесеһе булған 26 йәшлек егет мобилизацияның беренсе тылҡынына саҡырылған.
- Мин мәктәпте тамамлағандан һуң, Бәләбәй ҡалаһының механизациялау һәм электрификациялау колледжында уҡып, иретеп-йәбештереүсе һөнәрен алғайным. Артабан Себергә китеп эшкә урынлаштым һәм йыл ярым Когалымда вахта ысулы менән эшләнем. Махсус хәрби операция башланғас, беҙ, өс ауылдаш ир-егет, военкомат тарафынан саҡырылдыҡ. Шуныһы ҡыуаныслы: барыбыҙ ҙа бер взводка эләктек. Әле арабыҙҙан иң өлкәнебеҙ – өлкән тоҫҡаусы, икенсебеҙ - отделение командиры, ә мин тоҫҡаусы, - тип, ҡыҫҡаса үҙе тураһында һөйләй ул.
Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк, “Ҡасим” позыйнойлы яугир улар араһында иң йәше. Ул хәрби операцияға ҡәҙәр яҡшы әҙерлек үткән, армияла Чита ҡалаһындағы хәрби частә механик-водитель булып хеҙмәт иткән.
- Хәрби операция зонаһына ебәрелгәнсе, ике аҙна учебкала булдыҡ. Беҙҙең отряд Запорожье өлкәһенең хәүефле участоктарының береһендә оборона тота - алғы һыҙыҡтабыҙ. Фронт һыҙығы 70 километр самаһы алыҫлыҡта. Ҡорал менән тулыһынса тәьмин ителгәнбеҙ. Хеҙмәттәштәребеҙ менән бер-беребеҙгә терәк булырға тырышабыҙ, хәҙер инде беҙ үҙебеҙ яңы килгән йәш һалдаттарҙы өйрәтәбеҙ. Көнкүреш шарттарына килгәндә, аҙыҡ-түлек менән дә барыһы ла һәйбәт - үҙебеҙ бешерәбеҙ, ҡай ваҡытта һатып та алабыҙ. Гуманитар ярҙам даими рәүештә килеп тора, бының өсөн ауылдаштарға, яҡташтарға рәхмәт белдерәбеҙ, - ти, ир-егеттәр иңенә төшкән бурысын намыҫ менән үтәүсе һалдат.
Егеттәрҙең ата-әсәләре Рүзидә апай һәм Фәнзил ағай бар ғүмерҙәрен ауыл хужалығында - “С.Юлаев” кооперативында малсылыҡта эшләүгә бағышлаған. Күптәр көрсөк йылдарында эштәрен ташлаһа ла, улар үҙ булмышына тоғро ҡалған. Бөгөн уларҙың өлкән улдары Илшат кооперативта эшләй, ул иген үҫтереүсе. Үкенескә күрә, ғаилә башлығы күптән түгел ҡаты ауырыуҙан вафат булған һәм СВО-лағы егеттәр вакытлыса тыуған йортҡа ҡайтырға мәжбүр булған.
- Мин уҙған йылдың көҙөндә хәрби комиссариатҡа үҙ теләгем менән барҙым һәм контракт төҙөнөм. Әлбиттә, әсәйем һәм туғандарым ҡаршы булды, өгөтләп тә ҡаранылар. Әммә мин үҙемдең ҡарарымдан ҡайтманым. Быйыл февраль айында контракт буйынса “Бешеные псы” ирекле батальоны составында Украина территорияһына юлландым. Әлбиттә, башта Екатеринбургта бер аҙна учебкала булдыҡ. Бөгөнгө көндә көндә мин штурмовой группала, - ти, “Татарин” позывнойлы яугир.
Апрель айында алыш барышында райондашыбыҙ яралана һәм госпиталдә дауалана. Унан бер аҙ арыуланғас, уны ҡабат алғы һыҙыҡҡа ебәрәләр.
- Беҙҙең 74-се айырым гвардия мотоуҡсылар бригадаһы Авдеевка янындагы ҡаты алыштарҙа булды. Һуғыштан һуң, ял бирәләр, бер аҙҙан ҡабат алғы һыҙыҡҡа, һәм һиңа тағын ҡурҡыныс, ләкин тиҙҙән ҡабат өйрәнәһең, әммә һуғыш-һуғыш инде, иптәштәрҙе юғалтыуы ауыр. Үҙем дә, май айында икенсегә яраландым. Тәүгеһендә, Белгород өлкәһенең санчасында булдым, икенсеһендә, Екатеринбурта госпиталдә ятып сыҡтым, - ти, ул.
Һәр әсә кеүек, улдары өсөн борсолоп тороусы Рүзидә Исламгали ҡыҙы, улар алғы һыҙыҡта булғанда ҡулынан телефонын төшөрмәй. Ә әлегә йылы өй мөхитендә булған яугирҙәрҙе әсәләре һәм һеңлеһе Гөлсәсәк тәмле-татлы ризыҡтар менән һыйларға тырыша.Бөгөн хәрби операцияла йөрөүсе егеттәрнең нәҫеленән күпселекте ир-егеттәр тәшкил итә. Уларҙың барыһы ла тиерлек Ватан алдындағы бурысын тулыһынса үтәгән, Рәсәй Ҡораллы көстәрендә хеҙмәт иткән. Олатайҙары Фазлиәхмәт Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, Бөйөк Еңеүгә өлөш индергән кеше. Бөгөн уның ейәндәре һуғыш яланында ҡаһармандарса көрәшә, йәш быуынға үрнәк булып тора.
Украина ерендә барған махсус хәрби операциялағы егеттәребеҙҙең һәр береһен “Беҙҙең геройҙар” тип әйтә алабыҙ. Ошо көндәрҙә “Ҡасим” позывнойлы яҡташыбыҙ ҡабат махсус хәрби операциягә юлланды. Әсәһе, туғандары, дуҫтары уларға изге теләктәр теләп оҙатып ҡалды. Уны шулай уҡ вәғәҙәләшкән ҡыҙы Сафия ла түҙемһеҙлек менән көтәсәк. Оҙаҡламай ағаһы ла юлға ҡуҙғаласаҡ.
Ватаныбыҙ һағында тороусы ҡыйыу, ҡурҡыу белмәҫ егеттәребеҙҙең иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуҙарын көтөп ҡалабыҙ.
Ләйлә ҒҮМӘРОВА,
Автор фотоһы.