Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Июнь , 17:43

Ҡабат сетка үреүгә тотондолар

Махсус хәрби операциялағы һуғышсыларға ярҙам йөҙөнән аҙнайҙар 50-cе маскировка селтәре үрә башланы

Ҡабат сетка үреүгә тотондолар
Ҡабат сетка үреүгә тотондолар

Октябрь айы башынан алып Аҙнай ауылы ҡатын-ҡыҙҙары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн маскировкалау селтәрҙәре үреү менән мәшғүл. Ай ярым самаһы эш туҡталып торғандан һуң, райондың сетка үреү пункттарына йәнә материалдар ҡайтты.

Белеүебеҙсә, маскировка селтәрҙәре дошманды алдап, уның ориентирҙарынан мәхрүм итергә, позицияларын йәшерә торған иң киң таралған маскировка төрө. Алғы һыҙыҡтағылар өсөн ҡышҡы осорҙа маскировка селтәрҙәре икенсе төрлөрәк эшләнһә, хәҙер унда йәшкелт-һары төҫтәр өҫтөнлөк итә.  Маскировка селтәрҙәренә ихтыяж бик ҙур, шунлыҡтан ауыл ҡатын-ҡыҙҙары үҙ мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып, мәктәп бинаһына селтәр үрергә ашыға.

Бында бер кемдә әйткәнде көтөп тормай, эш берҙәм башҡарыла: берәүҙәр, таҫмаларҙы киҫһә, икенселәр, станок артында бер-береһенә таҫмаға-таҫма ялғап, етеҙ ҡулдары менән бәйләй. Баштан уҡ был мөһим эшкә ҡушылған ҡатын-ҡыҙҙарҙан әле лә 12-13 кеше йөрөй.

- Иртәнге ваҡ-төйәк эштәрҙе бөтөрөү менән бында киләбеҙ. Бер өйрәнгәс, маскировка селтәрен үреү ауыр түгел. Бер арала, үҙебеҙ әҙерләп алып килгән ризыҡтар менән сәйләп алырға ла өлгөрәбеҙ, - тиҙәр ауыл уңғандары.

Эш күп ваҡыт талап итә, әммә актив ҡатын-ҡыҙҙар бик теләп ярҙамға килә. Барыһы ла күңел биреп эшләй, һәм донъялар тынысланһын, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәр иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһын” тип, һәр таҫмаға изге теләктәрен ҡушып бәйләй.

Әле беҙҙең ир-егеттәргә күрһәткән ярҙам - ул һәр кемдең намыҫ эше. Бындай ярҙам уларға көс өҫтәр, ауырлыҡтарҙы лайыҡлы еңеп сығырға булышлыҡ итер. Берҙәм булайыҡ!

Ләйлә ҒҮМӘРОВА,

Автор фотоһы.

Ҡабат сетка үреүгә тотондолар
Ҡабат сетка үреүгә тотондолар
Ҡабат сетка үреүгә тотондолар
Ҡабат сетка үреүгә тотондолар
Ҡабат сетка үреүгә тотондолар
Автор:Гумерова Л
Читайте нас: