-5 °С
Ясна
Берҙәм дәүләт имтиханын (БДИ) традицион йыллыҡ йомғаҡлау аттестацияһы менән алмаштырып, юҡҡа сығарырға тәҡдим итәләр. Бөгөн тәҡдимде РФ Дәүләт Думаһына индерергә йыйыналар. Документ авторҙары булып ЛДПР, КПРФ һәм «Ғәҙел Рәсәй»фракциялары сығыш яһай.
Аңлатыу яҙмаһында берҙәм дәүләт имтиханының йөкмәткеһе мәктәп курсынан айырылыуы, ә уға әҙерләнеү өсөн ата-әсәләргә репетиторҙар ялларға кәрәклеге, был ғаиләләрҙең финанс торошона йоғонто яһауы, тип билдәләнә.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
Башинформ.