Быуаттар төпкөлөнән килгән халыҡ байрамы Һабантуй - күптәр өсөн көтөп алынған ваҡиға. Ул - ысын халыҡ байрамы. Ниндәй йәштә, ниндәй һөнәр эйәһе булыуға ҡарамаҫтан, район халҡын һәм ҡунаҡтарҙы берләштергән, изгелек, яҡшы кәйеф, дуҫтар, класташтар һәм туғандар менән осрашыуҙар бүләк иткән байрам ул. Район хәкимиәте башлығы Артур Мөхлис улы Зарипов халыҡты байрам уңайынан ҡотлап, һәммәһенә лә яҡшы кәйеф һәм күңелле ялдар теләне.
Һабантуйҙа, һәр саҡтағыса, өлкән быуын, йәштәр һәм балалары менән килгән ғаиләләр күп ине. Айырыуса һаламдан эшләнгән әйберҙәр янында бигерәк тә фотоға төшөүселәр күп булды.
Районыбыҙҙың төрлө ойошма-учреждениелары рәт-рәт булып үткәндән һуң, аттар сабышы башланды. Комментатор хеҙмәттәшебеҙ В.Смолов был юлы ла һәр аттың ниндәй хужалыҡтан килеүен һәм хужаһы тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт биреп барҙы. Беҙҙә төрлө һөнәр эйәләре, алтын ҡуллы оҫталарҙың ижад емештәре әленән-әле уҙғарылған күргәҙмәләргә ҡуйыла. Әлеге байрамда ла һәр кем үҙе ҡыҙыҡһынған йәки үҙенең яҡташтарының ҡул эштәрен ҡараны, кемдер күңеленә ятҡан әйберҙәр һатып алды.
Һабантуй - ул ауыл хужалығы тармағында эшләүселәр байрамы. Өфөнән килгән мәртәбәле ҡунаҡ Р.Нуриәхмәтов яҡташтарын сәләмләп үтте һәм бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Шулай уҡ үҙҙәренең намыҫлы эштәре менән район үҫешенә тос өлөш индергәндәр райондың Почетлы гражданины исеменә лайыҡ булды.
Ниндәй байрам йыр-моңһоҙ булһын инде, рәсми өлөштән һуң, һабантуй яланы буйлап ҡойма ямғыр яуыуға ҡарамаҫтан, сәхнәлә йыр-моң ағылды итте. Ә яуған ямғырҙар бәрәкәтле булһын, игендәр уңһын!
Ләйлә ҒҮМӘРОВА,
автор фотолары.