Бөгөн Бишбүләк районынан йөҙҙән ашыу ир-егет алғы һыҙыҡта йөрөй. Һабантуйҙа күп кенә ауыл биләмәләре ҡаһарман яҡташтарыбыҙға арналған стенд-күргәҙмәләр әҙерләп алып килгәйне.
Район халҡы махсус хәрби операцияла йөрөгәндәргә тос ярҙам күрһәтә. Муниципалитет һәм ирекмәндәр генә түгел, тотош район халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға үҙ өлөшөн индерә. Мәҫәлән, эшҡыуарҙар хәйриә фондын тулыландырыуҙа әүҙем ҡатнаша, был, үҙ сиратында, кәрәкле техник саралар, шәхси гигиена әйберҙәре һәм транспорт һатып алырға мөмкинлек бирә.
Әлеге көндә райондың күп ауылдарында маскировка селтәрҙәрен үреү менән мәшғүлдәр. Тантананың төп өлөшөндә Башҡортостан Башлығы кәңәшсеһе Алик Камалетдинов МХО-лағыларға ярҙам күрһәтеүсе район халҡына ихлас күңелдән рәхмәт белдерҙе. Ул билдәле йырсы Радик Динәхмәтовтың махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә ярҙам итеү өсөн бишбүләк ирекмәндәренә 700 мең һум аҡса биреүен әйтеп үтте.
Байрамда һалдат әсәләренә лә хөрмәт күрһәтелде, мәҫәлән, биш улы ла алғы һыҙыҡта йөрөгән Нина Дмитриевна Никифорова Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Шулай уҡ иң күп маскировка селтәрҙәре үреүсе тораҡ пункттары билдәләнде. Был йәһәттән Дим, Ҡушйылға, Уҫаҡ-Кисеү ауылдарының ҡатын-ҡыҙҙары әүҙемлек күрһәтә. Һабантуй сәхнәһе янында тиерлек ирекмәндәр маскировка селтәрҙәре үреү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Бында һәр кем таҫмаларға үҙенең теләктәрен яҙып, селтәр үреүгә ҡушыла алды.
Һәммәһе лә көтөп алған милли байрам бер тында үтте лә китте. Ә селтәр үреү пункттарында эш дауам итә. Ирекмәндәр, ваҡыт менән иҫәпләшмәйенсә эшләй һәм яугирҙәребеҙ тиҙерәк еңеү яулап, имен-һау ҡайтһын, тип теләй улар.
Ләйлә ҒҮМӘРОВА,
Автор фотолары.