Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Июнь , 16:29

Салауат Юлаевтың тыуыуына - 270 йыл

Өфөлә милли батырыбыҙға арналған «Салауат — мәңгелек батыр» тигән күргәҙмә асыла.

Салауат Юлаевтың тыуыуына - 270 йыл
Салауат Юлаевтың тыуыуына - 270 йыл

11 июндә көндөҙгө 3-тә Башҡортостандың Милли музейында республикабыҙҙың милли геройы, шағир-импровизатор Салауат Юлаевтың тыуыуына 270 йыл тулыуға арналған «Салауат — мәңгелек батыр» тигән күргәҙмә асыла. Экспозиция заманса сәнғәттә батыр образын кәүҙәләндереү буйынса «Салауат — мәңгелек батыр» төбәк-ара конкурсы сиктәрендә үткәрелә.

Күргәҙмәлә Башҡортостан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәре оҫталарының эштәре тәҡдим ителә. Йомғаҡлау күргәҙмәһенең нигеҙе — сәнғәттең төрлө төрҙәрендә: һынлы сәнғәттә, графикала, биҙәү-ҡулланма сәнғәтендә һәм башҡа техникаларҙа Салауат Юлаев образын художестволы асыу.

Экспозиция тамашасыларға милли герой образының күп яҡлылығын һәм тәрәнлеген күрергә, шулай уҡ төрлө рәссамдар һәм оҫталарҙың эштәрендә ошо образдың үҫешен күҙәтергә мөмкинлек бирә. Шулай уҡ бында сәнғәт әҫәрҙәре яҡындан менән танышыу, уларҙы авторҙарының ижады тураһында күберәк белеү мөмкинлеге бар.

6+

Бынан алдараҡ «Башинформ» «Салауат йыйыны» байрамы ваҡытында ҡурайсылар союзының бишенсе съезы ойошторолоуы хаҡында яҙғайны.

https://www.bashinform.ru

Салауат Юлаевтың тыуыуына - 270 йыл
Салауат Юлаевтың тыуыуына - 270 йыл
Автор:
Читайте нас: