Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Июнь , 13:59

Стәрлетамаҡ артистары Силәбелә һабантуйҙа ҡатнашты

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе артистары күрше төбәктә үткән һабан байрамын үҙ сығыштары менән биҙәне.

Стәрлетамаҡ артистары Силәбелә һабантуйҙа ҡатнашты
Стәрлетамаҡ артистары Силәбелә һабантуйҙа ҡатнашты

Силәбелә үткән һабантуйҙа башҡорт халыҡ һәм эстрада йырҙарын «Ашҡаҙар» эстрада-фольклор төркөмө һәм филармония солистары: Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артистары Рәмилә Әүбәкирова, Ғафуан Фазуллин һәм Ришат Хәмитов, солистар Илдар Әбдрәшитов, Гүзәлиә Татлыбаева, Зөлфиә Әүбәкирова, Айгиз Уйылданов һәм Зарина Ҡотлоғужина башҡарҙы. Инструменталист Азамат Асаинов ҡурайҙа уйнаны, ә Бейеү театры солисы Лилиә Зарипова «Бишбармаҡ» һәм «Беләҙектәр» бейеүҙәре менән сығыш яһаны.

Һабантуйҙың рәсми өлөшөндә байрам ҡунаҡтарына Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың сәләмләүен уҡып ишеттерҙеләр, тип яҙа «Республика Башкортостан». Ә Силәбе өлкәһе йәмәғәтселәренә һәм активистарына республика Мәҙәниәт министрлығының маҡтау ҡағыҙҙары һәм рәхмәт хаттары тапшырылды. 

Һабантуйҙа «Башҡортостан аҙыҡ-түлеге» проектында ҡатнашыусылар үҙенең тауарҙарын тәҡдим итте.

Фото: Радик Ғиззәтов.

/iuruzan.ru

Стәрлетамаҡ артистары Силәбелә һабантуйҙа ҡатнашты
Стәрлетамаҡ артистары Силәбелә һабантуйҙа ҡатнашты
Стәрлетамаҡ артистары Силәбелә һабантуйҙа ҡатнашты
Автор:
Читайте нас: