-4 °С
Болотло
Алдағы йылдың 1-се февраленән эшләүсе пенсионерҙарҙың пенсияларын яңынан индексациялай башлайҙар. Был хаҡта премьер-министр Михаил Мишустин хәбәр итә.
-2025 йылдың 1-се февраленән эшләүсе граждандарға пенсияларҙы индексациялау яңынан башланасаҡ. Бөгөнгө көндә уларҙың һаны 7 миллион 800 меңдән артыҡ. Улар эшләүен дауам итһен һәм йәш белгестәр менән белемдәрен уртаҡлашһын өсөн шарттар тыуҙырыу мөһим, –тип билдәләй Мишустин.
Премьер-министр вице-премьер Татьяна Голиковаға пенсияларҙы индексациялау мәсьәләһен шәхси контролгә алырға ҡушты.
Башинформ.