Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Июнь , 11:13

Ҡыярығыҙ гөрләп үҫһен тиһәгеҙ...

Уны тейешенсә туҡландырырға кәрәк.

Ҡыярығыҙ гөрләп үҫһен тиһәгеҙ...
Ҡыярығыҙ гөрләп үҫһен тиһәгеҙ...

Ҡыяр сәскә атҡанда органика ярата, ул уны нығыта, үҫтерә. Емештәрен барлыҡҡа килтереү өсөн калий кәрәк. Был ваҡытта ҡыярҙы көл менән туҡландыралар. 1 биҙрә һыуға 1 стакан көл һалып, бер тәүлек тоторға һәм һәр төпкә 0,5 әр л һибеп сығырға. Быны ике аҙна һайын ҡабатларға ярай.

Шуға өҫтәп кесерткән төнәтмәһе әҙерләгеҙ. Бының өсөн теләһә ниндәй һауытҡа кесерткән тултырырға, йылы һыу ағыҙырға һәм әсетергә ҡуйырға кәрәк.

Ферментация тиҙерәк барһын өсөн, бер ус тупраҡ һәм 1 аш ҡалағы шәкәр ҡомо өҫтәргә ярай. Бер аҙнанан файҙалы әсетке әҙер була, уны 1 биҙрә һыуға 1 л иҫәбенән ҡушып, ҡыярҙарға һибергә кәрәк.

https://vk.com/bashkortvk

 

 

 
Ҡыярығыҙ гөрләп үҫһен тиһәгеҙ...
Ҡыярығыҙ гөрләп үҫһен тиһәгеҙ...
Автор:
Читайте нас: