Дим буйҙары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Июнь , 17:29

Халыҡ теләген үтәне

Рәмил Бадамшин ярҙамы менән Мораҙым мәҙәниәт йортонда тәҙрәләр яңыртылды

Халыҡ теләген үтәне
Халыҡ теләген үтәне

Мораҙым ауылында мәҙәниәт йорто асылыуға ярты быуаттан ашыу ваҡыт үткән. Ошр осорҙа әлеге учреждениела ниҙәр генә үткәрелмәне: ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре йыйылыштары, партия ултырыштары, һәүәҫкәрҙәр концерты. Концерттар hәм спектаклдәр менән Башҡортостан ҡалаларынан артистар килде, Башҡорт драма театрынан башҡала артистары ла йыш сығыш яһаны. Был клуб сәхнәһендә совхоз алдынғыларын бүләкләнелдәр, ә улар беҙҙә бик күп ине. Һәр байрамда үҙебеҙҙең артистарыбыҙ ауылдаштары өсөн сығыштар әҙерләне. «Мурадымовские снохи» вокаль төркөмө тирә-яҡ ауылдарҙы урап сыҡты. Үҙҙәренең концерт номерҙары менән Мораҙым башланғыс мәктәбе уҡыусылары hәм «Айгoл» балалар бакҡсаһы тәрбиәләнеүселәре шатландырҙы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауыл ҡартая бара, хәҙер беҙҙең мәктәпкәсә һәм мәктәп йәшендәге балаларыбыҙ юҡ. Ә элекке артистарыбыҙ инде әбей-бабайҙар. Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре йыл һайын ремонт яһай, ҡайһы берҙә үҙ аҡсаларына төҙөлөш материалдары һатып ала. Тoньяҡта хеҙмәт стажын тултырып, ете ғаилә кесе ватанына ҡайтып урынлашты, улар активистарҙың ҡарт составын алыштырҙы ла. Yҙ аҡсаларына тәҙрә ҡорғандары һатып алдылар, стеналарҙы, иҙәнде буянылар, косметик ремонт яһанылар, сәхнәне биҙәнелeр.

Махсус хәрби операция башланыу менән ауыл халҡы — ирекмәндәр — клубта йыйыла башланыҡ. Маскировка селтәрҙәре үрергә, блиндаж шәмдәре яһарға, госпиталәгеләр өсөн ортопедик мендәрҙәр тегeргә, ойоҡбаш бәйләргә, ҡоро душ йыйырға һәм яугирҙәр өсөн беләҙектәр үрергә өйрәндек. Һуңғы ваҡытта дарыу үләндәренән сәйҙәр әҙерләнә. Махсус хәрби операцияла йөрөгәндәрҙән рәхмәт хаттары алабыҙ. Унда хеҙмәт вахтаһына эшкә йөрөгән кеүек барабыҙ. Ләкин клубта тәҙрәләр яраҡһыҙ хәлгә килде, бина йылытылыуға ҡарамаҫтан, ҡышын бик һалҡын булды, йылы курткалар кейеп эшләргә тура килде. БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға депутатлыҡҡа кандидат Рәмил Бадамшин менән осрашыуҙа беҙ унан клуб фойеһындағы дүрт тәҙрәне  алыштырырға ярҙам итеүен һораныҡ. Депутат булғас, ул ауыл халҡының теләген үтәне, hәм май аҙағында оҫталар килеп, пластик тәҙрәләр ҡуйҙы. Йылы, уңайлы, матур булды! Беҙ йәш депутат Рәмил Бадамшинға уның иғтибары, үтенесебеҙҙе тиҙ арала үтәгәне өсөн бик рәхмәтлебеҙ. Беҙгә, волонтерларға, яҡты, йылы клубта эшләүе бик күңелле. Башҡарылған эштең сифатын тикшерергә июнь башында ул үҙе килде hәм эштән ҡәнәғәт булды. Беҙ, ауыл халҡы, уны yҙебеҙҙең дуҫыбыҙ кеүек ҡаршы алдыҡ. Рәхмәт һүҙҙәре, концерт номерҙары ул үҙе күп тапҡырҙар булған МХО-ла ҡатнашыусыларға бағышлланды. «Барыһы ла Еңеү өсөн» экспозицияһы ла оҡшаны, унда ирекмәндәр үҙ эштәренең үрнәктәрен күрһәтте. Yҙенең сығышында ул Украинаға командировкалары тураһында ҡыҫҡаса һөйләне, һайлаусыларға хеҙмәт итеү — минең иң төп бурысым, маҡтаулы hәм ауыр эш, hәм мин бар көсөмә халыҡтың үтенесен үтәргә тырышасаҡмын, тине. Волонтерҙарға неонацистарҙы еңеүҙе яҡынайтыу өсөн арымай-талмай эшләүҙәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

Роза ИҘРИСОВА,

Мораҙым ауылы

Халыҡ теләген үтәне
Халыҡ теләген үтәне
Халыҡ теләген үтәне
Халыҡ теләген үтәне
Автор:
Читайте нас: