Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
18 Июнь 2024, 14:21

Тыныс йоҡла, яугир

Бөгөн Набережный ауылында махсус хәрби операция зонаһында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Әнүәр Мөхәмәҙиә улы Солтанов менән бәхилләштеләр

Тыныс йоҡла, яугирТыныс йоҡла, яугир
Тыныс йоҡла, яугир

 1959 йылғы "Боцман" позыйныйлы яҡташыбыҙ 2023 йылдың ноябрендә контакт төҙөй. Ул алдан һиҙгән кеүек, бар туғандары һәм таныштары менән хушлашып  китә.  Дөрөҫөрәге, бер йылдан һуң осрашырбыҙ, ти. Әммә кем әйтмешләй, яҙмыштан яҙмыш юҡ. Әнүәр Мөхәмәҙиә улы туғандары янына отпускыға ла ҡайтырға өлгөрмәй. Уның өс апаһы бар, ике улы ситтә үҙ ғаиләләре менән йәшәй.
Яҡындары әйтеүенсә, Әнүәр Солтанов 2023 йылдың 20 декабрендә һуңғы тапҡыр бәйләнешкә сыға. Апайҙарына ул: "Хәл иткес алышҡа керәбеҙ, беҙҙең өсөн Хоҙайға ялбарығыҙ", тигән теләген еткерә. Шунан бирле унан ҡош телендәй ҙә хәбәр булмай. 

Яугир менән хушлашырға район хакимиәте башлығы Артур Зарипов, Бишбүләк районы военкомы Абдуллин Салауат, төрлө ойошма етәкселәре, "Йәш грвардиясылар" ойошмаһы вәкилдәре, ауылдаштары килгәйне. Матәм сараһынан һуң яугирҙе һуңғы төйәгенә - Набережный ауылы зыяратына оҙаттылар.

Мәрхүмдең туғандарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ һәм сабырлыҡ теләйбеҙ. 

Тыныс йоҡла, яугир
Тыныс йоҡла, яугир
Тыныс йоҡла, яугир
Тыныс йоҡла, яугир
Тыныс йоҡла, яугир
Автор:
Читайте нас