Бының өсөн 300 грамм еләк, 2 йомортҡа, 100 грамм һөт, 100 грамм шәкәр ҡомо, 100 грамм май, 250-300 грамм он, бер балғалаҡ сәй содаһы һәм кәрәгенсә тоҙ алына.
Тәрән һауытҡа йомортҡа һытып, һөт, шәкәр ҡомо, иреткән аҡ май, сәй содаһы, тоҙ өҫтәйбеҙ ҙә яҡшылап туғлайбыҙ. Шуға он ҡушып, тағын яҡшылап бутайбыҙ. Килеп сыҡҡан ҡамыр ҡаймаҡтан ҡуйыраҡ булырға тейеш. Ҡамырға шәкәр ҡомо ҡушылған еләк һалып болғатабыҙ. Унан һуң, табаны майлап, әлеге массаны шунда һалабыҙ һәм, өҫтөн тигеҙләгәс, ҡыҙған духовкаға ҡуйып, 50-60 минут бешерәбеҙ. Бешкән бәлеш өҫтөнә шәкәр пудраһы һибергә була. Һыуынғас, шаҡмаҡлап киҫеп, сәй янына бирәбеҙ. Бындай бәлеште башҡа төрлө еләк-емештән дә бешереп була.
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!