Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
20 Июнь 2024, 09:52

Өфөлә «Һөт иле» фестивале көнө билдәле булды

Был турала Башҡортостан Хөкүмәте тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйған.

Өфөлә «Һөт иле» фестивале көнө билдәле булдыӨфөлә «Һөт иле» фестивале көнө билдәле булды
Өфөлә «Һөт иле» фестивале көнө билдәле булды

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан «Һөт иле» фестивален үткәреү көнөн хәбәр иттеләр. 21 һәм 22 сентябрҙә Өфөлә Дуҫлыҡ монументы янындағы Ағиҙел йылғаһы буйында байрам ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Башҡортостан Хөкүмәте тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйған.

Һәр ваҡыттағыса баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн төрлө әүҙемлектәр ойошторола. Аттракциондар, спорт майҙансыҡтары, фудкорт һәм һөт йәрминкәһе генә түгел, тиҙәр ойоштороусылар, әлегә бөтә серҙәрҙе лә асмайҙар.

«Һөт иле» ғаилә фестивале 2011 йылдан башлап уҙғарыла. Ул Башҡортостанда етештерелгән һөт һәм һөт ризыҡтарын ҡулланыуҙы арттырыуға, дөрөҫ туҡланыуҙы һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға йүнәлтелгән.

https://www.bashinform.ru

Өфөлә «Һөт иле» фестивале көнө билдәле булды
Өфөлә «Һөт иле» фестивале көнө билдәле булды
Автор:
Читайте нас