+30 °С
Болотло
Башгидромет үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, алдағы көндәрҙә һауа температураһы түбәнәйәсәк.
Дүшәмбе, 24 июндә, көндөҙ термометр бағаналары +19 градустан юғары күрһәтмәйәсәк. 25-се июндә көндөҙ +14 градусҡа ҡәҙәр генә йылытасаҡ.
Артабан һауа температураһы күтәрелә, шулай ҙа +22 градустан юғары түгел. Шулай уҡ алдағы аҙна ла ямғырлы һәм йәшенле, урыны менән ел-дауыллы буласаҡ.
Июлдең беренсе яртыһында ла эҫе көндәр көтәһе юҡ. Һауа температураһы көндөҙ +21-ҙән +25 градусҡа ҡәҙәр тәшкил итәсәк.
Башинформ.