+30 °С
Болотло
Бишбүләк һәм Әлшәй районы менән сиктәш ерҙә тау-таш араһынан шишмә һарҡып сыға. Халыҡ телендә ул Шарлама булараҡ йөрөй, уның бейеклеге 10 м, киңлеге - 5 м. Саф һыулы шишмә киртләс-киртләс тупһаларҙан түбән ағып, Уҫаҡ-Кисеү быуаһына ҡоя. Был күркәм урындан йәйгеһен кеше өҙөлмәй. Ҡайындар араһындағы хозур төбиғәт мөйөшөнә күптәр туғандары, ғаиләләре, дуҫтары менән ял итергә килә.
Дим урта мәктәбе уҡыусылары ла районыбыҙҙың күркәм ерҙәрен күреп, ысын күңелдән ял итеп ҡайтты.
https://vk.com/public201675390