Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
28 Июнь 2024, 14:00

Июль ниндәй буласаҡ?

Йәйҙең тәүге айы үтеп тә бара. Быйылғы июнь күп кенә сюрприздары менән ғәжәп итте, ә бына июлдән нимәләр көтөргә була икән?

Июль ниндәй буласаҡ?Июль ниндәй буласаҡ?
Июль ниндәй буласаҡ?

Белгестәр фаразлауынса, июль йәйҙең иң эҫе айы буласаҡ. Һм, был электән шулай, фаразларға ла кәрәкмәй. Эҫелеккә эҫе ул, тик ҡояшы ла йыш ҡына болот артына ҡасасаҡ икән. Йәғни, аяҙлы-болотло көндәр күҙаллана, салт аяҙҙары бер нисә көн генә.

Рәсәйҙең Үҙәк федераль округында ай башынан уҡ аяуһыҙ эҫе буласаҡ, ти синоптиктар. Тәүге декадала температура +27,+33 градус самаһы күҙалланһа, июлдең икенсе яртыһынан тағы ла күтәреләсәк. Башҡортостанда уртаса температура +28 градус тип күҙаллана.

Атлантиканан эҫе һауа массаһы килә һәм ай уртаһынан һуң эҫелек +35 градус буласаҡ. Волга буйы федераль округы төбәктәрендә, шул иҫәптән беҙҙә лә, уртаса температура +30, +32 градус.

Ямғырҙар ҙа яуа. Тик белгестәр иҫкәртеүенсә, яуым-төшөм эҫелектән әллә ни ҡотҡара алмаясаҡ. Дөйөм алғанда, эҫе һәм томра көндәр август башына тиклем дауам итеүе ихтимал.

Башинформ. 

Июль ниндәй буласаҡ?
Июль ниндәй буласаҡ?
Автор:
Читайте нас