Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
1 Июль 2024, 06:56

Көн торошо

Башҡортостанда көндәр йәнә эҫетә

Көн торошоКөн торошо
Көн торошо

Рәсәй Гидрометеоүҙәге мәғлүмәттәре буйынса, июлдә республикала уртаса айлыҡ һауа температураһының нормаға ярашлы булыуы көтөлә (+19,2°С). Айлыҡ яуым-төшөмдөң дә нормаға яҡын (50-70 миллиметр) булыр тип күҙаллана.

Дүшәмбе, 1 июлдә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, күк күкрәүе ихтимал. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көслө. Һауа температураһы +22, +27°.

Шишәмбе, 2 июлдә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, күк күкрәүе фаразлана. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә +12, +17°, көндөҙ иһә +23, +28°.

Шаршамбы, 3 июлдә, яуым-төшөмһөҙ. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, көндөҙ көслө. Һауа температураһы төндә +11, +16°, көндөҙ +26, +31°.

https://www.bashinform.ru

Көн торошо
Көн торошо
Автор:
Читайте нас