Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
4 Июль 2024, 02:13

Хужалыҡта ҡыҙыу осор

Ҡаныҡай ауылынан Булат Ноғоманов районда тәүгеләрҙән булып еләк үҫтерә башланы

Хужалыҡта ҡыҙыу осорХужалыҡта ҡыҙыу осор
Хужалыҡта ҡыҙыу осор

Еләк үҫтереүсе хужалыҡтар республикала етерлек, беҙҙең районда ла был эшкә тотоноусылар бар. Шундай тәүәккәл кешеләрҙең береһе – Булат Ноғоманов. Ул  еләк культуралары үҫтереү буйынса грант алып, үҙ эшен булдырған. Һәм әйтергә кәрәк, йәш эшҡыуарҙың эше күптән яйға һалынған.

Ҡаныҡай ауылының юл буйында ғына урынлашҡан еләк баҫыуы бынан үтеүселәрҙең иғтибарынан ситтә ҡалмай, сөнки еләк плантацияһында һәр ваҡыт кешеләр йөрөгәне күренә. Йәш фермер беҙҙе үҙенең ер учас­тогы янында ҡаршы алды. Ваҡытының һәр минуты иҫәпле булған хужа бер аҙ әңгәмәләшкәндән һуң, күрше Ырымбур өлкәһенең Наүрүз ауылына ҡатын-ҡыҙҙарҙы илтә китте. Шулай көндөң көнөндә яҡын-тирә ауылдарҙан эшселәрҙе өйҙәренән барып ала һәм илтеп ҡуя ул.

Хужа әйтеүенсә, бында ҡар эреп бөтөр-бөтмәҫтән эш башлана. Еләк аралары сүптән таҙартыла, рассада әҙерләнә. Еләк үҫентеләрен яҡын-тирәләгеләр генә түгел, ситтә йәшәүселәр ҙә почта аша яҙҙырып ала икән. Башҡа эшҡыуарҙар менән тәжрибә уртаҡлашыусы яҡташыбыҙ май айында Благовар районы фермерына ярҙам ҡулы һуҙған, эшселәр менән барып, улар еләк үҫентеләре ултыртып ҡайтҡан.

28 йәшлек ир-егет ергә йәбешеп ятып эшләй тиергә була, сөнки ауылдағы ауыр хеҙмәт тураһында ишетеп кенә белмәй, физик эштән ҡурыҡмаған ғаиләлә тәрбиәләнә ул. Хужалыҡтағы дүрт гектар майҙанды биләгән ерҙә еләктең биш төрлө сорты үҫтерелә. Быйыл өҫтәп, тағын бер гектарҙа йәш үҫентеләр ултыртылған. Нәҡ уртала һыу тултырылған бассейн тора, эҫе көндәрҙә унан еләк төптәренә һыу ебәрелә. Баҫыу һаҡсылары - оло эттәр ҙә бында, улар көндөҙ бәйҙә торһа, кискәрәк ысҡындырыла.

Йәйҙең йәме - еләктә, тигәндәй, үҙ мәлендә, еләк миҙгеле башланыуын һәр кем көтөп ала һәм татлы емештән ауыҙ итеп ҡалырға тырыша. Рәттәр араһында халыҡ еләк йыйыу менән мәшғул, бында көн һайын 100-ҙән артыҡ кеше килә. Булат үҙе лә көноҙоно ошонда, эш барышы менән идара итә, йыйылған еләктәрҙе сауҙа нөктәләренә оҙата.

- Беҙҙең хужалыҡта 5 июндән еләк йыйыу осоро башланды. Эҫе көндәрҙә эш иртән иртүк, таңғы 5-тә үк башлана. Һәр көн эшселәр йыйған еләкте машина килеп ала, яҡынса 450-500 килограмм самаһы була, ҡайһы бер көндәрҙә бер тоннаға ла етә, - тип, эш барышы тураһында һөйләй Булат Назиф улы.

Уратып алынған территорияла махсус материал аҫтында тип-тигеҙ итеп ултыртылған еләк рәттәре күҙҙе иркәләй, тулышып бешкән эре еләктәр мине өҙ тигәндәй, ымһындырып тора. Бында килеүселәрҙән кемдер үҙенә тип йыйһа, икенселәр, көнлөккә ялланып эшләй һәм ҡыҫҡа ғына вакыт эсендә ярайһы уҡ килем алырға мөмкинлеген яҡшы белә. Шуға күрә, йәй айҙарының төп емешен йыйырға тип кесеһенән алып олоһона тиклем йөрөй.

Һәр эшҡыуар өсөн иң мөһиме – үҫтерелгәнде юғалтыуҙарһыҙ йыйып алыу һәм  һатыу. Шунлыҡтан еләк сезонында бар ғаилә эшләй, туған-тыумаса ла ярҙамға килә. Булаттың тормош иптәше Лилиә Вильмир ҡыҙы емеш тулы биҙрәләрҙе ҡабул итеп ала һәм үлсәй. Ярҙамсылары иһә таҙа һәм тығыҙ еләктәрҙе пластик контейнерҙарға тултырырға ярҙам итә.

- Беҙҙә тирә-яҡ ауылдарҙан: Ҡаныҡай, Бикҡол, Нәүрүз, Дүсән, Айыт, Набережныйҙан ҡатын-ҡыҙҙар һәм мәктәп йәшендәгеләр эшләй. Эҫе көндәрҙә еләктәр тиҙ өлгөрә. Йыйылған продукцияны махсус ҡаптарға һалып, сауҙа нөктәләренә оҙатабыҙ, - ти, Лилиә Ноғоманова, эшенән айырылмай ғына.

Лилиә һәм Булат Ноғомановтар социаль селтәрҙәр һәм ауылдаштар төркөмдәре аша актив эш алып бара һәм үҙҙәренең продукцияһын тәҡдим итә. Беренсе уңыш йыя башлаған көндән алып заказдар килеп тора. Улар йыш ҡына акция ла иғлан итә. Мәҫәлән, бындай көндәрҙә түбәнерәк хаҡ менән 300-әр кеше еләк йыйған, бындай ваҡытта улар еләктең килоһын 300 һумға тәҡдим итәләр. Ни тиһәң дә, еләк культураларына, сезонлы продукт булыуға ҡарамаҫтан, ихтыяж ҙур. Барыһы ла үҙ мәлендә һатып алырға тырыша.

- Май айындағы ҡырауҙар һәм һалҡын һауа торошо емеш-еләккә насар йоғонто яһаны, быйыл еләк самалыраҡ, - тип, үҙенең уй-кисерештәре белән уртаҡлаша йәш эшҡыуар, - Участокта беҙ тағын 50 мең төп ремонтат сортлы еләк ултырттыҡ, шулай булғас, көҙгә ҡәҙәр уңыш йыйыу осоры дауам итәсәк. Ә август айында эштең икенсе этабы башлана – еләктәрҙең мыйыҡтарын киҫеп, үҫентеләр ултыртыу эшенә тотонасаҡбыҙ. Әлбиттә, уны халыҡҡа ла тәҡдим итәбеҙ. 

Ләйлә ҒҮМӘРОВА,

Автор фотолары.

Хужалыҡта ҡыҙыу осор
Хужалыҡта ҡыҙыу осор
Хужалыҡта ҡыҙыу осор
Хужалыҡта ҡыҙыу осор
Автор:Гумерова Л
Читайте нас