Кәрәк була: 1 литр һөт, 1 аш ҡалағы тоҙ, 200 мл ҡаймаҡ, 3 йомортҡа.
1 литр һөт ҡайнап сыҡҡас, уға 1 килограмм эремсек һалып тағын ҡайнатып сығарырға, артабан тағын 30 минут самаһы һүрән утта ҡайнатырға.
Был массаны һөҙөргә, һыуы һарҡып бөткәс 1 бағалаҡ сода һалып болғатырға, ҡатнашма күҙгә күренеп ҡабара. Шуға 1 балғалаҡ тоҙ, 100 грамм аҡ май, 2 йомортҡа һалып яҡшылап төйөрҙәре ҡалмаҫлыҡ итеп болғатырға йәки блендер ҡулланырға.
Артабан һүрән утҡа ҡуйып болғатҡылап торорға, ҡуйыра башлағас уттан алырға.
Сырҙы һауытҡа һалырға, һалҡын урынға ҡуйырға.
Сыр бер нисә көндән тағын да тәмлерәк буласаҡ.
https://muslumirc.ru