Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
8 Июль 2024, 08:33

Алтын туйға ҡәҙәр йәшәү - үҙе бер бәхет

Июнь аҙағында Бишбүләктән Сәбәховтар һәм Ҡаныҡайҙан Юламановтар ғаиләһенә Башҡортостан башлығының махсус бүләге тапшырылды

Алтын туйға ҡәҙәр йәшәү - үҙе бер бәхетАлтын туйға ҡәҙәр йәшәү - үҙе бер бәхет
Алтын туйға ҡәҙәр йәшәү - үҙе бер бәхет

20 июндә Бишбүләк районы ЗАГС бүлеге етәксеһе Михайлова И.В. һәм район хәкимиәтенең беренсе урынбаҫары Ғәлиев А.А. Ҡаныҡай ауылында йәшәүсе Зәбир Ишдәүләт улы һәм Венера Зәки ҡыҙы Юламановтарҙы 50 йыл бергә йәшәүҙәре менән ҡотланы. Тормоштоң шатлыҡтарын да, көйөнөстәрен дә уртаҡлашып, бер һуҡмаҡтан атлаусы пар дүрт бала тәрбиәләп үҫтергән.  Хәҙер инде улар һигеҙ ейән-ейәнсәрҙәре өсөн һөйөнөп бөтә алмайҙар. Хужа үҙ ҡулдары менән төҙөгән һәм хужабикәнең тырышлығы менән Гөл-сәскәгә күмелгән йортҡа балалары йыш ҡайта. 

27 июндә шулай уҡ Бишбүләк ауылынан Райсә һәм Муллаян Сәбәховтар алтын туйҙарын билдәләп үткән. Уларға ла Башҡортостан Республикаһы башлығы исеменән иҫтәлекле бүләк тапшырылған.  Оҙаҡ йылдар иңгә-иң ҡуйып йәшәүсе Сәбәховтар өс балаға ғүмер биргән, өс ейән-ейәнсәрҙәре янына тиҙҙән бүләсәрҙәре лә өҫтәләсәк.

Алтын туйҙарын билдәләүсе юбилярҙарға артабан да яҡындарының иғтибарын тойоп, һәр көндән йәм табып, оҙаҡ йылдар һаулыҡта йәшәүҙәрен теләйбеҙ. 

Фотолар Бишбүләк районы ЗАГС бүлегенән алынды. 

Алтын туйға ҡәҙәр йәшәү - үҙе бер бәхет
Алтын туйға ҡәҙәр йәшәү - үҙе бер бәхет
Автор:Гумерова Л
Читайте нас