Йәй – еләк осоро. Быйыл башҡа емеш-еләк бик булмаһа ла, ер еләге ишелеп уңған. Өлгөр хужабикәләр йәй йәмен банкаларҙа тултырып, ҡышҡылыҡҡа төрлө ҡайнатмалар әҙерләп тә ҡуйҙы инде.
Емеш-еләк мәлендә аҡса эшләп ҡалыусылар ҙа етерлек. Төрлө социаль селтәрҙәр аша кемдер үҙ клиенттарын тапһа, икенселәр баҙар көндәрендә һатыу итә. Бишбүләк ауылының 1-cе мәктәбендә белем алыусы өс бер туған Илдар, Иллария һәм Алан Сәлиховтар еләк йыйып, баҙар көндәрендә һата. Эҫе, томра көндәрҙә еләк йыйыу анһат түгел, бының өсөн сабырлыҡ та кәрәк. Бәләкәйҙән хеҙмәт тәмен белеп үҫкән малайҙар биҙрәләрен емеш менән тултырғас, өҫтәп мәтрүшкә лә йыялар. Һатыусыһы булғас, алыусыһы ла табыла, Хоҙай биргән ниғмәтте йыйып, ғаилә бюджетына килем өҫтәгән Сәлиховтарға афарин тиергә генә ҡала!
Ләйлә ҒҮМӘРОВА,
автор фотоһы.