Бисквит өсөн (18–20 см диаметрлы табаға иҫәпләнгән): 2 йомортҡа, 150 грамм шәкәр ҡомо, 250 грамм майонез, 1 балғалаҡ какао, 1 стакан он, 1 балғалаҡ ҡамыр ҡабартҡыс (разрыхлитель).
Барыһын да яҡшылап болғатабыҙ, пергамент ҡағыҙ йәйелгән табаға һалып, бешерергә ҡуябыҙ. 170 градуста 20–25 минут бешерәбеҙ.
Мусс өсөн: 300 грамм һөт өҫтө (сливки или сгущенка), 10 г желатин, 150 грамм һөт, 1 йомортҡа, 120 грамм шәкәр ҡомо, 1,5 аш ҡалағы кукуруз крахмалы.
Беренсе эш итеп 40 мг һалҡын һыуға желатинды бүртергә ҡуябыҙ. Һөт, йомортҡа, крахмал һәм шәкәр ҡомон бергә ҡушып, яҡшылап болғатабыҙ. Шунан һуң газға ултыртабыҙ һәм уртаса утта бер өҙлөкһөҙ болғата-болғата, ҡуйырғансы ҡайнатабыҙ. Бер аҙҙан уттан алабыҙ һәм желатинды һалып, эреп бөткәнсе болғатабыҙ. Миксер менән һөт өҫтөн ҡабартабыҙ. Шуға йылы кремды һалып, ҡалаҡ менән генә болғатабыҙ.
Бисквитты форма эсенә урынлаштырып, уның өҫтөнә кремды ағыҙып, өҫтөн тигеҙләп, һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.
Еләкле ҡатлам өсөн:
350 грамм еләк, сама менән шәкәр ҡомо, 1 ҡалаҡ кукуруз крахмалы, 5 грамм желатин.
Желатинды 40 мг һалҡын һыуға бүрттерергә һалып ҡуябыҙ. Еләкте алдан уҡ йомшартып, уға шәкәр ҡомо һәм крахмал өҫтәйбеҙ. Яҡшылап болғатабыҙ, төйөрҙәре ҡалмаһын. Уртаса утҡа ҡуйып, ҡуйырғансы ҡайнатабыҙ. Уттан алғас, желатин һалып, яҡшылап болғатабыҙ. Еләкте мусс өҫтөнә ағыҙып, өҫтөн тигеҙләп, төнгә һыуытҡысҡа оҙатабыҙ.
Фото:khaievagulnaz
baltaci.ru