Дим буйҙары
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Июль , 13:19

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Фәтхулла Юламановҡа — 101 йәш

Хәйбулла районы хәкимиәте башлығы  Рөстәм Шәрипов олпат йәштәге юбилярҙы күркәм ғүмер байрамы менән тәбрикләне.  

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Фәтхулла Юламановҡа — 101 йәш
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Фәтхулла Юламановҡа — 101 йәш

«Бөгөн Хәйбулла районының иң оло кешеһе Фәтхулла Әһлиулла улы Юламанов тыуған көнө уңайынан ҡотлауҙар ҡабул итә. Уның тормош юлы ихтирамға һәм рәхмәткә лайыҡ, үҙ иленә сыҙамлыҡ һәм тоғролоҡ өлгөһө булып тора. Ул 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышының утлы юлдарын үткән. Аҡһаҡал намыҫлы һәм фиҙакәр хеҙмәте менән район үҫешенә ҙур өлөш индергән. 101 йәшендә лә ул оптимист, күңел күтәренкелеген һаҡлай. Көн һайын ике сәғәт йәйәү йөрөй, был уның сәләмәт йәшәү рәүешенең айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Тормошто яратыуы, көс-дәрте һәм тирә-йүндәгеләргә ярҙам итеү теләге — барыбыҙ өсөн дә илһам сығанағы. Яҡташыбыҙға ныҡлы һаулыҡ, рух күтәренкелеге һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ. Һәр яңы көн шатлыҡ-ҡыуаныстар, бәхет һәм һөйөү менән тулы булһын», — тип яҙа ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

https://www.bashinform.ru

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Фәтхулла Юламановҡа — 101 йәш
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Фәтхулла Юламановҡа — 101 йәш
Автор:
Читайте нас: