Дим буйҙары
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Июль , 14:13

Законһыҙ "мәҙрәсә"лә 16 баланы язалап тотҡандар

Законһыҙ "мәҙрәсә"лә 16 баланы язалап тотҡандар

Законһыҙ "мәҙрәсә"лә 16 баланы язалап тотҡандар
Законһыҙ "мәҙрәсә"лә 16 баланы язалап тотҡандар

Сығыштары менән Тажикстандан булған Махамадин менән Шахмод уҡыусыларҙың ата-әсәләре түләгән аҡсаларға йәшәгән. Күршеләр балаларҙың ҡысҡырыуҙарына зарланмаһын өсөн, улар Өфөлә фатирҙан-фатирға күсеп йөрөгән, башта Инорста йәшәгәндәр, артабан  – Затонда. Барлығы 16 бала булған. Иң "оло" уҡыусыға - 16, иң бәләкәй шәкерткә  ни бары 4 йәш булған. Фанатиктар балаларҙы резин таяҡтар менән даими туҡмаған, интектергән, бармаҡтарын һындырған, бер баланың йөҙөн яндырған, ата-әсәләренә зарланыуҙарын тыйған.

Балаларҙы был дини төрмәгә  Рәсәйҙең  төрле төбәктәренән уҡытыр өсөн ата-әсәләре ебәргән. Шәкерттәр  араһында Мухамадин менән Шахмодтың үҙҙәренең дә балалары булған.  

Балаларҙы әлеге “мәҙрәсә”лә язалаусы мигранттарға ҡаршы өс енәйәт эше ҡуҙғатылған. Әлегә дини фанатиктарҙы законһыҙ рәүештә иректән мәхрүм итеү, язалау һәм балаларҙы тәрбиәләү буйынса бурыстарын үтәмәү  өсөн  яуаплылыҡҡа тарттырғандар. Енәйәт эшенә материалдар йыйыуҙы дауам итәләр.

Был хәл тураһында, бәлки, әле оҙаҡ белмәҫтәр ине. Тик язаланған шәкерттәрҙең береһе, төндә ҡасып, уҡытыусыларҙың хайуани ғәмәлдәре тураһында һөйләгәс, уларҙы ҡулға алғандар. Балаларҙы  приюттарға оҙатҡандар.

Сығанаҡ: Mash Batash Телеграм-каналы. 

Законһыҙ "мәҙрәсә"лә 16 баланы язалап тотҡандар
Законһыҙ "мәҙрәсә"лә 16 баланы язалап тотҡандар
Автор:
Читайте нас: