Дим буйҙары
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Июль , 13:31

"Башҡорт аты"на әҙерлек ҡаралды

Быйыл "Башҡорт аты" өсөнсө тапҡыр ойошторола. Ул Граф буйында 15-16 августа үтәсәк. Сара өсөнсө тапҡыр республика Башлығы Радий Хәбировтың указына ярашлы ойошторола.

"Башҡорт аты"на әҙерлек ҡаралды
"Башҡорт аты"на әҙерлек ҡаралды

Башлығы Хакимиәте Етәксеһенең беренсе урынбаҫары Азат Бадранов "Башҡорт аты" халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестивален ойоштороу һәм үткәреү мәсьәләһе буйынса тәүге ҙур эш кәңәшмәһен үткәрҙе.

Азат Бадранов белдереүенсә, "Башҡорт аты" - Радий Хәбировтың инициативаһы менән ойошторолған сараларҙың береһе, уны халыҡ та күтәреп алды. Был сара төбәк өсөн бигерәк тә ҙур әһәмиәткә эйә. Башҡорт тоҡомло аттарын популярлаштырыу һәм үҫтереү, йылҡы итенән етештерелгән продукцияларҙы, ҡымыҙҙы, ат спортын артабан үҫтереү буйынса ла фестивалдең роле ҙур.

Фестиваль программаһы үҙ эсенә төрлө конкурстарҙы ала. Бында милли көрәш буйынса, "Бәйге" һәм башҡа ярыштар үтәсәк. Сараның яңылығы булып "Урал батыр" тип аталған иң көслөләрҙең турниры ҡаралған. Ошонда уҡ суҡмар ташлау, батырҙар эстафетаһы һәм башҡа ярыштар буласаҡ. Йола буйынса "Ҡумыҙфест" уҙа, иң яҡшы ҡымыҙ етештереүселәр һәм иң шифалы ҡымыҙ билдәләнәсәк. Теләүселәргә баһадирҙар эсемлеген тәмләп ҡарау мөмкинлеге лә була.

Халыҡ һәм ҡунаҡтар шулай уҡ төрлө мәҙәни сараларға тамаша ҡыла ала, ат парады ла йылдағыса фестивалдең сағыу биҙәгенә әүерелер. Шулай уҡ эшлекле өлөшө лә була: бында спикерҙар, ғалимдар һәм төрлө илдән килгән ҡунаҡтар сығыш яһаясаҡ, төрлө тренингтар, фекер алышыу, түңәрәк өҫтәлдәр ҡаралған.

16 августа фестиваль сиктәрендә үҙенсәлекле конкурс та үтәсәк. Халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡатнашыуға художество кәсептәре һәм һөнәрҙәре оҫтаханалары, ат егеү кәрәк-ярағы һәм ат биҙәүестәре эшләү менән шөғөлләнгән оҫталар, һөнәрселәр, тимерселәр саҡырыла. Конкурста ҡатнашыусыларҙың йәше 16 һәм унан өлкән булырға тейеш. Ижади ярыш бер этапта төрлө номинацияларҙа уҙғарыласаҡ. 

"Башҡорт аты"нан ситтә ҡалмағыҙ, ҡатнашығыҙ, күрегеҙ һәм килегеҙ!

Фото: Автор фотолары һәм Дмитрий Фадеев.

bashgazet.ru

"Башҡорт аты"на әҙерлек ҡаралды
"Башҡорт аты"на әҙерлек ҡаралды
Автор:
Читайте нас: