Дим буйҙары
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Июль , 12:43

Йылантамыр (шалфей) — йәшәүгә көс биреүсе дарыу үләне

Был үҫемлек арыуҙы, күңелһеҙләнеүҙе, төшөнкөлөккә бирелеүҙе  ҡыуыусы ҙур көс бүлеп сығара. Үпкә ауырыуынан, полиатриттан, радикулиттан һәм башҡа бик күп ауырыуҙан  файҙаһы тейә.

Йылантамыр (шалфей) — йәшәүгә көс биреүсе дарыу үләне
Йылантамыр (шалфей) — йәшәүгә көс биреүсе дарыу үләне

  Йылантамыр үләне  йәшәүгә көс бирә, дәрт өҫтәй, тормоштағы үҙгәрештәрҙе еңелерәк кисерергә, яңылыҡтарға тиҙерәк күнегергә, ҡыйыуһыҙлыҡтан арынырға ярҙам итә.  Ҡояш үҫемлеге булараҡ,  ул беҙҙе яңы эштәргә, аң-белемебеҙҙе үҫтерергә этәрә, алама ғәҙәттәрҙән арындыра.

  Шалфей һалҡын тейеүгә һәм микробтарға ҡаршы бик яҡшы дауалау сараһы булып тора.  Ҡулдар ҡалтырауынан ярҙам итә, нервы системаһын тынысландыра.  Ҡатын-ҡыҙ ауырыуҙарын, түлһеҙлекте дауалағанда ҡулланалар. Простатиттан, тире ауырыуҙарынан,  оҙаҡ йүнәлмәгән яралар булғанда,   тән тиреһе янғанда,  өшөгәндә  йылан тамырынан әҙерләнгән ванналар тәҡдим итәләр.  Был үлән  сәсте лә нығыта.

Төнәтмәләр түбәндәгесә әҙерләнә:

- Бер ҡалаҡ  үләнгә бер стакан ҡайнар һыу ҡойо, бер сәғәт төнәтергә һәм һөҙөп алырға.  Гастриттан, эс сәнсеп ауыртҡанда  көнөнә өс тапҡыр яртышар стакан эсергә.

 - Бер  ҡалаҡ  киптерелгән  шалфей япрағына бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, талғын утта 10 минут ҡайнатырға. Һуңынан 20 – 30 минут төнәткәндән һуң, һөҙөп алып, көнөнә өс тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә.

 - Өс ҡалаҡ ваҡланған япратарын 0,5 литр 40 градуслы спиртҡа һалып, ҡапҡасы ныҡ итеп ябылған килеш бер ай ҡояшта төнәтергә. Бындай төнәтмәне ас ҡарынға  берәр ҡалаҡ эсергә ҡушалар. Ул ололарға нервы системаһын көйләргә, атеросклероздан файҙалы.

ye102.ru

Йылантамыр (шалфей) — йәшәүгә көс биреүсе дарыу үләне
Йылантамыр (шалфей) — йәшәүгә көс биреүсе дарыу үләне
Автор:
Читайте нас: