Дим буйҙары
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Июль , 16:12

Радик Динәхмәтов Генерал Шәйморатов ордены менән бүләкләнде!

Башҡортостан Башлығы яҡташ  яугирҙәргә һәм гуманитар конвой водителдәренә хәрби бүләктәр тапшырҙы. 

Радик Динәхмәтов Генерал Шәйморатов ордены менән бүләкләнде!
Радик Динәхмәтов Генерал Шәйморатов ордены менән бүләкләнде!

“Һеҙгә Рәсәй Президенты, республика халөҡы исеменән рәхмәт әйтәбеҙ. Намыҫлы хеҙмәтегеҙ, батырлыҡ һәм ҡаһарманлығығыҙ өсөн күрсәткәнегез оло ихтирамыбыҙҙы белдерәбеҙ. Алғы һыҙыҡта иң яҡшы кешеләр. Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ. Һеҙгә һәм ғаиләләрегеҙгә һәр саҡ терәк-таяныс булырбыҙ”, – тине сығышында Радий Хәбиров.

Ул шулай уҡ “геройҙар алдында баш эйәбеҙ. Уларҙың исемдәре һәр ваҡыт беҙҙең йөрәктәрҙә һаҡланасаҡ. Каһармандарҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү өсөн барыһын да эшләрбеҙ”, – тине.

Гуманитар конвой водителдәре лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Хәрбиҙәргә ярҙам итеү, уларҙы кәрәк-яраҡтар менән  тәьмин итеү мөһим бурыс булып тора. Был эштә хакимиәттәр, ойошма һәм предприятиелар, йәмәғәтселек һәм волонтерҙар актив ҡатнаша. Республиканан махсус хәрби операция биләмәһенә 128 гуманитар йөк оҙатылған. Мәҫәлән, водитель Григорий Сухов – 94, Дмитрий Русаков – 84, Игорь Мирасов – 82 тапҡыр ярҙам иткән. “Һәр колонна Еңеүҙе яҡынайта”, – тине Радий Хәбиров.

Хәрби награда алыусылар араһында Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Динәхмәтов та бар. Ул “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкында хеҙмәт итә 

Ысын ир-егет булараҡ үҙен танытҡан яугир киләсәктә лә беҙҙе йыр-моңдары менән һөйөндөрөр, тип ышанабыҙ. 

omet-rb.com

Радик Динәхмәтов Генерал Шәйморатов ордены менән бүләкләнде!
Радик Динәхмәтов Генерал Шәйморатов ордены менән бүләкләнде!
Автор:
Читайте нас: