Дим буйҙары
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Июль , 15:47

Ҡышҡылыҡҡа ҡыяр тоҙлайбыҙ

Һеҙгә тәмле һәм еңел генә тоҙлана торған ҡыяр рецебы тәҡдим итәбеҙ  

Ҡышҡылыҡҡа ҡыяр тоҙлайбыҙ
Ҡышҡылыҡҡа ҡыяр тоҙлайбыҙ

Стерилләнгән 3 лиртлыҡ банка төбөнә 1 укроп, 5 түңәрәк ҡара борос, 3 бөртөк ҡәнәфер (гвоздика), ҡараҡат, сейә (миләш, керән япрағы ла мөмкин) һалабыҙ, ҡыярҙарҙы тығыҙлап, үҫкән яғын аҫҡа ҡаратып тултырабыҙ. Өҫтөнә ҡайнар һыу ағыҙып 10-15 мин тотабыҙ ҙа, кире бушатып тоҙлама яһайбыҙ: 4 аш ҡалағы шәкәр, 2,5 аш ҡалағы тоҙ һалып, ҡайнатып яңынан ҡыяр өҫтөнә ҡоябыҙ, унан 4 тырнаҡ һарымһаҡ, 80 г уксус һалып, ябып ҡуябыҙ. Банкаларҙы түңкәреп, һыуынғансы ҡалын әйбер менән көпләйбеҙ. Әгәр ҡыярҙарға әсе тәм өҫтәргә теләһәгеҙ, бер бөртөк әсе борос өҫтәгеҙ.

Ошо уҡ рецепт менән ҡыярҙы 0,5, 0,7, 1, 1,5 лиртлыҡ банкаларға ла тоҙларға була. Тик ул саҡта ингредиенттарҙы самалап кәметәбеҙ. Банкаларҙы микротулҡынлы мейестә лә стерилләргә була. Тиҙ ҙә, уңайлы ла.

hakmar.ru

Ҡышҡылыҡҡа ҡыяр тоҙлайбыҙ
Ҡышҡылыҡҡа ҡыяр тоҙлайбыҙ
Автор:
Читайте нас: