Дим буйҙары
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Июль , 09:27

Бына һиңә пенсионерка!

Туймазыла йәшәгән ҡатын ветерандар араһында еңел атлетика буйынса өс тапҡыр Рәсәй чемпионы булды.

Бына һиңә пенсионерка!
Бына һиңә пенсионерка!

Мәскәүҙә ветерандар араһында еңел атлетика буйынса Рәсәй чемпионаты үтте, унда Туймазынан Гөлсинә Нуретдинова ла ҡатнашты. Спорт сараһын үткәреү “Демография” милли проекты маҡсаттарына тап килә.

Башҡортостандың Туймазы районы спортсыһы өс йүгереү дистанцияһында иң яҡшыһы булды. Ул 400, 800 һәм 1500 метр арауыҡта алтын миҙалдарға лайыҡ булды. Спорт менән ҡатын хаҡлы ялға сыҡҡас та шөғөлләнә башлаған. Тренеры Вячеслав Чернов уның өсөн шәхси күнекмәләр режимын төҙөгән. ГТО нормативтарын алтын билдәгә тапшырғас, еңел атлетика менән етди шөғөлләнергә ҡарар итә. Һөҙөмтәләр көтөлгәндән дә юғарыраҡ килеп сыға. Хәҙер өләсәй менән уның биш ейәне генә түгел, тотош Туймазы районы ғорурлана. Нуретдинова ҡатнашҡан барлыҡ ярыштарҙан тиерлек ул наградалар алып ҡайта. Ул үҙенең мауығыуҙары менән бик ҡәнәғәт.

2023 йылда Туймазы спортсыһы Гөлсинә Нуретдинова Пензала бөтә Рәсәй ярыштарында ветерандар араһында еңел атлетика буйынса өс тапҡыр Рәсәй чемпионы булды. Шулай уҡ 2023 йылда Чебоксарҙа уҙған ветерандар араһында Рәсәй чемпионатында ла ул 400, 800 һәм 1500 метр арауыҡта йүгереүҙә, шулай уҡ 4 х 100 метрлыҡ эстафетала дүрт тапҡыр чемпион булды. Туймазы ҡыҙы спорт менән теләһә ниндәй йәштә лә шөғөлләнеп һәм уңыштырға өлгәшеп булғанын иҫбатланы.

Билдәле булыуынса, “Демография” милли проекты (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Туймазы районы хакимиәте.

bashgazet.ru

 

Бына һиңә пенсионерка!
Бына һиңә пенсионерка!
Автор:
Читайте нас: