Дим буйҙары
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Июль , 13:46

Суд системаһын үҫтеререүгә индергән өлөшө өсөн

Бишбүләк районы суды коллективы Муса Ғәлиевты күркәм юбилейы менән ҡотлай

Суд системаһын үҫтеререүгә индергән өлөшө өсөн
Суд системаһын үҫтеререүгә индергән өлөшө өсөн

Суд системаһын үҫтереүгә һәм  heм нығытыуға индергән өлөшө өсөн Суд коллективы Башҡортостан Республикаһы Бишбүләк районы судының отставкалағы маҡтаулы судьяһы (рәйесе) Муса Ғәлиевты 75 йәшлек юбилейы менән ҡотланы.
16 июлдә Башҡортостан Республикаһы Бишбүләк район-ара судында суд системаһы ветераны — Башҡортостан Республикаһы Бишбүләк район суды отставкалағы маҡтаулы судьяһы (рәйесе) Муса Ғәлиевтың тыуыуына 75 йыл тулыуға бағышланған тантаналы сара уҙҙы. Суд рәйесе Айгөл Курамшина Муса Ғәлиевҡа ғәҙел хөкөм эшсәнлегендә күп йыллыҡ намыҫлы эше, суд системаһын үҫтереүгә һәм нығытыуға ҙур шeхси өлөшө өсөн Башҡортостан Республикаһы Судьялары советының Рәхмәт хатын, эшкә тоғро һәм профессиональ мөнәсәбәте, суд системаһын үҫтерeүгә индергән өлөшө һәм баһалап бөткөһөҙ эш тәжрибәһе өсөн Башҡортостан Республикаһы Бишбүләк район-ара судыныңМаҡтау грамотаһын тапшырҙы.
Муса Ғәлиев 1988 йылда Октябрҙең 70 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университетын тамамлап, «Хоҡуҡ белеме» белгеслеге буйынса юғары юридик белем ала, 1970 — 1972 йылдарҙа Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итә, 1991 йылдың 16 июлендә Бишбүләк халыҡ суды судьяһы сифатында ғәҙел хөкөм эшенә керешә. Муса Ғәлиевтың дөйөм эш стажы 47 йыл, судья вазифаһында 24 йыл, шул иҫәптән суд рәйесе вазифаһында — 19 йыл. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде.
Айгөл КУРАМШИНА, суд председателе.
Фото шәхси архивтан.

Суд системаһын үҫтеререүгә индергән өлөшө өсөн
Суд системаһын үҫтеререүгә индергән өлөшө өсөн
Автор:
Читайте нас: