Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
30 Июль 2024, 18:26

Бәһлеүәндәр араһында "Урал батыр" турниры үтәсәк

Ул 12 профессиональ атлетты берләштерәсәк.

Бәһлеүәндәр араһында "Урал батыр" турниры үтәсәкБәһлеүәндәр араһында "Урал батыр" турниры үтәсәк
Бәһлеүәндәр араһында "Урал батыр" турниры үтәсәк

«Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивалендә «Урал батыр» халыҡ-ара бәһлеүәндәр турниры үтәсәк. Эльбрус Ниғмәтуллин хәбәр итеүенсә, турнир Ҡаҙағстандан, Ҡырғыҙстандан һәм илебеҙҙең төрлө төбәктәренән, шул иҫәптән Рәсәйҙән иң көслөләрҙең топ-10 исемлегенә ингән 12 профессиональ атлетты берләштерәсәк.

Спортсылар араһында:

* Ҡырғыҙстандан мас-рестлинг буйынса донъя чемпионы Мөхәмәт-Али Токтоматов;

стронгмен буйынса донъя чемпионы Белгородтан Давид Шамей, ул 8 июлдә генә яңы донъя рекорды ҡуйҙы - 151 килограмм ауырлыҡтағы гантелде күтәрҙе;

Мегиондан (Ханты-Манси автономиялы округы) стронгмен буйынса Донъя кубогын яулаусы Валерий Савин;

* Һарытауҙан 2019 йылда АҠШ-тағы Arnold Сlassic көс экстримы буйынса турнир еңеүсеһе Евгений Гавриленко.

Программала- баһадирҙар эстафетаһы, «Батыр тотоуы», «Конан тәгәрмәсе» күнегеүҙәре, суҡмар ырғытыу, вертикаль күтәрелеү һәм башҡалар.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, "Башҡорт аты" 15-16 августа Баймаҡ районында үтәсәк. Тулыраҡ мәғлүмәтте түбәндәге һылтанма аша белә алаһығыҙ: https://vk.com/bashkortat

Бәһлеүәндәр араһында "Урал батыр" турниры үтәсәк
Бәһлеүәндәр араһында "Урал батыр" турниры үтәсәк
Автор:
Читайте нас