Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
31 Июль 2024, 05:46

Август нисек булыр?

Ҡоро һәм ҡояшлы һауа торошон ҡасан көтөргә?

Август нисек булыр?Август нисек булыр?
Август нисек булыр?

Ҡояшлы матур көндәр ай аҙағында ғына көтөлә. Йәйҙең һуңғы айы быйыл Башҡортостанда ямғырлы буласаҡ, тиелә синоптиктар фаразында. Gismeteo мәгълүмәттәре буйынса, август яуым-төшөмдән башлана, ямғырҙар көн һайын тиерлек яуасаҡ. Ҡоро аяҙ көндәр айҙың һуңғы аҙналарында ғына урынлашасаҡ. Эҫелек башҡа көтөлммәй. Температура +18-ҙән +24 градусҡа ҡәҙәр буласаҡ. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, 31 июлдә көндөҙ термометр бағанаһы +22,+27° күрһәтәсәк. Августың беренсе көнөндә +20,+25°. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан уртаса тиҙлектә иҫәсәк.  

Башинформ. 

Август нисек булыр?
Август нисек булыр?
Автор:
Читайте нас