Дим буйҙары
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Август , 18:25

"Беҙҙең көсөбөҙ - берҙәмлектә"

«Атайсал - кесе Ватан» проектын Иттихат ауылында тыуып үҫкән Фәнил Таһир улы Хөснөтдинов күптән ҡатнаша

"Беҙҙең көсөбөҙ - берҙәмлектә"
"Беҙҙең көсөбөҙ - берҙәмлектә"

Башкортостан Республикаһы Башлығы инициативаһы менән ойоштыролған «Атайсал» проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә Бишбүләк районында бик күп кәрәкле hәм изге эштәр  башҡарылды. Ауылдарҙан сыҡҡан уңышҡа ирешкән кешеләр яҡташтарына, кесе ватанына ярҙам итәләр, бик күп мөhим проекттарҙың инициаторҙары hәм бағыусылары булалар. Иттихат ауылында тыуып үҫкән Фәнил Таhир улы Хөснөтдинов күптән инде Өфөлә йәшәһә лә, кесе Ватаны менән hәр ваҡыт бәйләнештә тора. 20 йылдан артыҡ Уҫаҡ-Кисеү hәм Иттихат ауылдарын төҙөкләндереүҙә даими рәүештә бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә. 2017 йылда райондың социаль-иҡтисади үҫешенә, матди-техник базаһын нығытыуға индергән ҙур өлөшө һәм ижтимағи тормошта актив ҡатнашҡаны өсөн Фәнил Таhир улына «Бишбүләк районының Маҡтаулы гражданины» исеме бирелде. Фәнил Таhир улы әйтеүенсә, иттихат ауылы халҡы - бер ҙур татыу ғаилә.

— Беҙҙең барыһын бергәләп эшләргә тырышабыҙ. Тыуған ауылыбыҙ хаҡына изге эштәрҙә һәр кемдең өлөшө бар. Кешеләрҙең берҙәмлеге hәм көнүҙәк проблемаларҙы аңлау һөҙөмтәһендә күп нәмә эшләнде. Кешеләрҙең паркта, мәсеттә аралашыуҙары, бергә йыйылыуҙары миңә бик оҡшай. Беҙҙең көсөбөҙ — берҙәмлектә, бергә беҙ барыһын да булдырасаҡбыҙ. Yҙебеҙҙән һуң яҡшы эштәр hәм яҡшы хәтер ҡалдырайыҡ, — тип уртаҡлашты «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Фәнил Хөснөтдинов.

«Атайсал» проекты сиктәрендә бағыусы үҙе ҡасандыр уҡыған Уҫаҡ-Кисеү урта мәктәбенең түбәһен ремонтлауға 1,5 млн һум аҡса биргән. Уның йөҙ йыллыҡ юбилейына китап дoнъя күрҙе. Бынан тыш, ул уҡыу отличниктарына, олимпиадаларҙа еңеүселәргә, спортчыларға ярҙам күрһәтә, әсәһе Минһылыу Хөснетдинова хөрмәтенә грант ойоштора. Фәнил Таhир улы финанс ярҙамы менән тыуған яҡты өйрәнеү музейы яңыртылды, хоккей тартмаһы төҙөлдө, Уҫаҡ-Кисеү ауылындағы медпункт hәм мәсет биналары ремонтланды, Иттихатта зират төҙөкләндерелде. Фәнил Таhир улы йыл һайын Сәғәт байрамын үткәре-ҙә финанс ярҙамы күрһәтә. «Сәғәт байрамы яғында» тигән китап баҫылып сыҡты, унда ауыл биләмәһе территорияһында урынлашҡан ете тораҡ пункттың тргеҙелеүе, тыуған яҡ хаҡына эшләгән бер нисә быуын кешеләре, байрамндың үҙе тураһында яҙылған.

Хөснөтдиновтар ғаиләһе Иттихатта Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында hәләк булғандарға обелиск асыу инициаторы булды.

— Фeнил Таhир улы hәр ваҡыт Иттихат ауылы тормошо менән йәшәй. Хөснөтдиновтарҙың тыуған ауылы, ата-әсә йорто улар өсөн ер йөҙөндә иң ҡәҙерле мөйөш булып кала, — тип уртаҡлаша педагогик хеҙмәт ветераны, Иттихат ауылы активисы Фәнүрә Рәшит ҡыҙы Фәррәхова. — Әле 2016 йылда уҡ уның спонсорлыҡ ярҙамы менән фельдшер-акушерлыҡ пункты бинаһы ремонтланды. Ул ауыл урамдарына асфальт йәйеүҙә лә ярҙам итте. 2019 йылда уның тәҡдиме hәм финанс ярҙамы менән ауылдың 90 -йыллығына бағышланған «Тыуған яғым Иттихат» китабы баҫылып сыҡты. 2020 йылда Фәнил Таhир улы hәм уның туғанының ҡыҙы Гүзәл Рәйес ҡыҙы ҡатнашлығында «Ҡарағатлы йылға» шишмәһен төҙөкләндерҙеләр hәм ауылдаштары өсөн ял зонасы булдырҙылар. Тап бына уның инициативаһы менән беҙ районда беренселәрҙән булып паркты төҙөкләндерҙек. Ә 2022 йылдың 12 июнендә парк территорияһында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында hәләк булған иттихатлыларға обелиск асыу тантанаһы булды. Хәҙер инде бөтә ауыл халҡы, олоһо-кесеһе бында Еңеү яулаған туғандарын иҫкә алырға килә, ә 9 майҙа бында тантаналы митинг уҙа. Педагог hәм остаз йылында даими меценатыбыҙ ярҙамында хеҙмәт ветерандары менән осрашыу булды, Фәнил Таhир улы уларға бүләктәр әҙерләгәйне. 2023 йылдың октябрь аҙағында «Минһылыу» мәсете асылыуы авыл халҡы өсөн ҙур тарихи ваҡиға булды. Парк территорияһында тулы бер ансамбль — парк, обелиск hәм мәсет барлыҡҡа килде — Иттихаттың ысын йөрәге, тип әйтергә була. Һәр ерҙә лә осрата алмаҫлыҡ матурлыҡ килеп сыҡты, ерле халыҡ өсөн дә, ҡунаҡтар өсөн дә яратҡан ял урыны ул. Ауылдың hәр кешеһе әлеге изге эштәргә үҙ өлөшөн керетте. Бында hәр ваҡыт кеше күп. Өлкәндәр балаларын уртаҡ хеҙмәт емештәренә һаҡ ҡарарға өйрәтә. Беҙҙең  барлыҡ чаралар ҙа ошо яратҡан урында уҙа. Әле күптән түгел генә, быйыл, йәғни 16 июндә беҙ ауылң 95-йыллыҡ юбилейын илдәләп үттек. Быйыл йәй көнө беҙ тағын бер күптәнге проблеманы хәл итә алдыҡ — туҙған һыу үткәргесте алыштырҙыҡ. Материалдарҙы Фәнил Таhир улы ваҡытында килтереп еткерҙе. Бар ауыл халҡы исеменән уға ҙур рәхмәтемде белдерәм.

Ирина ФОМИНА.

Фото Фәнил ХOСНЕТДИНОВтың шәхси архивынан

"Беҙҙең көсөбөҙ - берҙәмлектә"
"Беҙҙең көсөбөҙ - берҙәмлектә"
Автор:
Читайте нас: