2024 йылдың 1 ғинуарынан 2030 йылдың 31 декабренә тиклем өсөнсө йәки артабанғы балаһы тыуған ғаиләләр 450 мең һум күләмендә түләү алырға һәм уны ипотекаға түләү рәүешендә башҡара аласаҡ. Был осраҡта кредит килешеүе 2031 йылдың июль айына тиклем төҙөлөргә тейеш.
Тейешле ҡарар Президент указы менән ҡабул ителде, тип хәбәр иттеләр Рәсәй хөкүмәтенең телеграм-каналында. Премьер-министр Михаил Мишустин, был ҡарар ярҙамында тағы ла бик күп Рәсәй ғаиләләре йәшәү шарттарын яҡшыртыр, тигән өмөт белдерҙе. Ул ғаиләләргә, бигерәк тә күп балалы ғаиләләргә ярҙам итеүҙе хөкүмәттең өҫтөнлөклө йүнәлеше тип атаны.
Быға тиклем «Башинформ» агентлығы Башҡортостанда ғаиләләрҙең ниндәй ярҙам сараларына дәғүә итеүе хаҡында яҙғайны.
Автор: Роман Якимчук