Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
3 Август 2024, 03:29

Август айына һынамыштар

Август ямғырһыҙ килһә, көҙ йылы һәм ҡоро булыр.

Август айына һынамыштарАвгуст айына һынамыштар
Август айына һынамыштар

Августа бәҫ төшһә, иртә ҡышҡа ишара.
- Ҡайында һары япраҡ күренһә, көҙ иртә килер.
- Йылы, ямғырлы август – бәшмәк муллығына.
Августа торналар туплана башлаһа, ҡыш иртә килер
Августа көндәр аяҙ булһа, көҙ ямғырлы һәм бысраҡ булыр.
- 7 августа иртән һалҡын булһа, ҡыш иртә килер, оҙон да булыр.
- Ашлыҡ урғанда һалам шыртлап һынһа, ямғыр булыр.
- 16 августа көслө һалҡын ел иҫһә – һыуыҡ ҡышҡа, йылы ел иҫһә – йомшаҡ, ҡарлы ҡышҡа.
- 19 август ҡоро булһа, көҙ ҙә ҡоро тора, дымлы булһа – ямғырлы көҙгә, аяҙ булһа – ҡырыҫ ҡышҡа.
- Сөмбөләлә арыш сәс, тамағың булмаҫ ас (сөмбөлә тип 22 августан 22 сентябргә тиклемге осор аталған).
- 31 август әрем тамырын ҡарағыҙ, әгәр йәш тармаҡтары ҡалын булһа – киләһе йылда уңыш мул булыр.

Август айына һынамыштар
Август айына һынамыштар
Автор:
Читайте нас