|
Йәй күңелле осрашыуҙар өсөн бик матур мәл. Бер күрешеү үҙе бер ғүмер тигәндәй, билдәләнгән ваҡытҡа көндәрен йәлләмәй, эш мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып, алыҫ араларҙы яҡынайтып, 1984 йыл сығарылыш класс уҡыусылары Ҡаныҡай мәктәбенә осрашыуға йыйылды. Беҙҙе хаҡлы ялда булһа ла, эшен дауам иткән Флорида Мирза ҡыҙы Сабитова ҡаршы алды. Уның оҙатыуында ҡасандыр үҙебеҙ уҡыған кластарҙы ҡараныҡ, парта артына ултырып, күңелле мәктәп йылдарын иҫкә алдыҡ. Беҙгә, ауыл балаларына, мәктәп белем генә түгел, беренсе тормош дәрестәре лә бирҙе. Беҙ ошонда үҙебеҙгә тоғро дуҫтар таптыҡ, шуның менән дә мәктәп ҡәҙерле һәм яҡын. Беҙҙе белем тауҙарына әйҙәгән һәм класс етәкселәре булған уҡытыусыларҙы хөрмәтләп телгә алдыҡ. Класташтарҙан беҙ 27 кеше мәктәпте тамамлаһаҡ, бөгөн 25-ебеҙ иҫән. Арабыҙҙан киткәндәрҙе лә иҫкә алдыҡ. Әлеге сараға Өфө, Бәләбәй, Мәләүез ҡалаларынан һәм Шаран, Баймаҡ, Асҡын һ.б. ҡайтҡайнылар. Артабан сәй табыны артында рәхәтләнеп, күңел булғансы һөйләшеп ултырҙыҡ. Күпме ваҡыт ултырһаҡ та һөйләшеп һүҙҙәр бөтмәне. Ошо осрашыуҙан ҡалған шатлыҡлы уй-кисерештәр күңелдәрҙә матур йылы хәтирәләр булып бик оҙаҡ һаҡланыр, тип уйлайбыҙ. Осрашыуға ун биш кеше килде. Беҙҙең арала уҡытыусылар ҙа, водителдәр ҙә, ашнаҡсылар ҙа бар. Ҡыҫҡаһы, барыбыҙ ҙа тормошта үҙ урыныбыҙҙы таптыҡ. Ғүмеребеҙҙе фиҙаҡәр хеҙмәттә үткәреп, бөгөн инде ҡай берҙәребеҙ хаҡлы ялдабыҙ, хәҙер инде күптәр олатай, өләсәй булырға ла өлгөргән. Класташтарым менән осрашыу күңелле, матур үтте. Күңелдәрҙә әллә күпме хәтирәләр яңыртылды. Үҙҙәре лә бала саҡтарына, мәктәп йылдарына әйләнеп ҡайтҡандай булған һабаҡташтар йәшәреп киткәндәй тойолдо. Киләсәктә йышыраҡ күрешеп, осрашып торорға тигән ниәт менән таралыштыҡ. Ләйлә ҒҮМӘРОВА.
|