Дим буйҙары
+28 °С
Облачно
Общие статьи
7 Августа 2024, 04:34

Ваҡытынан алда ремонтланды

Башҡортостанда  Өфө – Шишмә юлының оҙонлоғо 2,6 километр булған өлөшө билдәләнгән ваҡытынан алда ремонтланды

Ваҡытынан алда ремонтландыВаҡытынан алда ремонтланды
Ваҡытынан алда ремонтланды

Подрядсылар юл япмаһын яңыртҡан, юл ситтәрен нығытҡан һәм һыҙмалар төшөргән. Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Май указдары тарафынан раҫланған “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар“ милли проектына (национальный проект «Безопасные качественные дороги») ярашлы тормошҡа ашырыла.

“Был юл Өфө һәм Шишмә райондары ауылдарын баш ҡала менән бәйләй. Шуға күрә уны тейешле кимәлгә килтереү һәм үтеү урындарын хәүефһеҙ итеү бик мөһим”, ти Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

Милли проектҡа ярашлы, ошо юлдың тағы бер өлөшөн – Зубов ҡасабаһы эргәһендәге 2,5 километр оҙонлоҡтағы араны ремонтлау дауам итә. Бындағы эште быйылғы йыл аҙағына тамамларға ниәтләйҙәр.

 “Башинформ”. 

Ваҡытынан алда ремонтланды
Ваҡытынан алда ремонтланды
Автор:
Читайте нас