Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Физик культура hәм спортты үҫтереү мәсьәләләре буйынса совет ултырышында төбәк етәксеһе Радий Хәбиров: «...физик культура hәм спорт — республика дәүләт сәйәсәтенең мөhим йүнәлеше», - тип әйткәйне.
— Башҡортостан Республикаһында, шул иҫәптән беҙҙең районыбыҙҙа ла спортҡа ҙур иғтибар бирелә. Балалар-үҫмерҙәр спортын үҫтереү йәштәр араһында сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырыуҙа hәм физик әүҙемлекте үҫтереүҙә ҙур әһәмиәткә эйә, — ти, Бишбүләк ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Александр Семенов. — Республика hәр балаға спорт менән шөғөлләнергә hәм спорт карьераһында юғары үрҙәргә ирешергә мөмкинлек булһын өсөн инфраструктураны hәм ярҙам программаларын үҫтереү йүнәлешендә актив эшләүен дауам итә. Бишбүләктә «Елкән» физкультура-һауыҡтырыу комплексында еңел атлетика секцияһы асылғас, Кристина Николаева әлеге спорт төрөндә үҙ көсөн һынап ҡарарға булды, hәм уға оҡшаны!
Ҡыҙҙың еңел атлетика менән шөғөлләнә башлауына инде дүрт йыл уҙған. Бында, фекерҙәштәре араһында, ул яңы дуҫтар тапты һәм улар менән бөгөнгө көнгә ҡәҙәр аралаша, төрлө ҡалаларға бара, Абхазияла булған. Спортсының еңеүҙәре hәм ҡаҙаныштары шаҡтай күп, улар араһында — Мәләүез ҡалаһындағы республика ярыштары, Рәсәйгә һайлап алыу ярыштары, унда ул беренсе урынды яуланы.; Кисловодскийҙа Рәсәй Кубогы, 14-се урын (2023 йыл); Кисловодскийҙа Рәсәй Кубогы, кросс, дүртенсе урын (2024 йыл).
— Минең өсөн спорт — ул бар тормошом, еңеүгә һәм уңыштарға ынтылыш. Спорт миңә ирешелгәндәрҙә генә туҡталып ҡалмаҫҡа, ә тағын да күберәк еңергә һәм юғары һөҙөмтәләргә ирешергә, физик яҡтан ғына түгел, ә әхлаҡи сифаттарҙы ла ҡулланырға ярҙам итә. Еңел атлетика миңә ҡәнәғәтлек hәм шатлыҡ килтерә, — ти йәш спортсы. — Бигерәк тә республика ярҙамы бар. Беҙҙең спорт секцияһына аҡса бүлеп бирелде, уға беҙҙең тренер йүгереү өсөн махсус форма һатып алды. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Кристина еңел атлетиканы спортта ғына түгел, ә ябай тормошта ла, мәҫәлән, дөрөҫ туҡланыу, йоҡо, уҡыуҙа уңыштарға ирешергә ярҙам иткәне өсөн дә ярата. Еңел атлетика буйынса тәүге тренеры Петр Георгиевич Николаев була, йәш ҡыҙ уға барыһы өсөн дә рәхмәтле.
— Петр Георгиевич мине тәрбиәләне, ауыр ваҡыттарҙа ярҙам итте hәм нимәлер килеп сыҡмағанда, төшөнкөлөккә бирелмәҫкә өйрәтте, — ти Кристина. — Быйыл еңел атлетика буйынса минең тренерым Лиана Камил ҡыҙы Ғабдуллина булды, ул мине көҙгөһөн үтәсәк Рәсәй ярыштарына әҙерләй. Ҡыйыу рәүештә әйтә алам, ул — минең икенсе әсәйем! Ата-әсәйемә, йәштәштәремә бик рәхмәтлемен, улар миңә еңеүҙәр һәм еңелеүҙәр ваҡытында ла терәк, нәҡ бына улар мине еңеүҙәргә дәртләндерә. Минең өсөн иң ауыры, башҡа спортсыларҙыҡы кеүек үк, — ул еңелеү. Ләкин ул сағында минең тағын да көслөрәк булыу hәм еңеүҙәргә ирешеү маҡсаты тыуа.
Галина ВАРИКОВА.
Фото Кристина Николаеваның шәхси архивынан
Сергей Игоревич ТАЙМАСОВ, Бишбүләк районы хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, физкультура һәм спорт бүлеге начальнигы
—2000 йылда Бишбүләк районында еңел атлетика үҫешә башланы. Ун йыл элек үҙ емештәрен бирә башланы, һәм бөгөнгө көнгә ҡәҙәр беҙҙең спортсылар — айырым дисциплиналар буйынса республикала көслөләр араһында. Был уңышлы сығыштарҙа «Елкән» спорт мәктәбенең тренеры Петр Георгиевич Николаевтың өлөшө ҙур. Нәҡ уның етәкселегендә тәрбиәләнеүселәр Рәсәй Чемпионатында һәм Башҡортостанда призлы урындар яуланы. Олег Геннадиевич Васильев — Рәсәй беренселегендә 10 000 м арауыҡҡа йүгереү буйынса көмөш призер, Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы,
2014 йылда Болгарияла еңел атлетика буйынса Европа беренселегендә ҡатнашыусы, спорт мастеры кандидаты. Андрей Евгеньевич Петров — 30 000 метр арауыҡта Рәсәй беренселегендә көмөш призер (Сочи ҡалаһы), спорт мастеры. Георгий Витальевич Блинов — Рәсәй беренселегендә бронза призер (Брянск ҡалаһы), еңел атлетика буйынса 5000 метр арауыҡта йүгереүҙә Рәсәй кроссында көмөш призер. Беҙҙең ҡыҙҙарыбыҙ Кристина Николаева, Маргарита Николаева, Элиза Дәүләтшина, Анна Борцова — Башҡортостан Беренселегендәге ярыштарҙа йыш ҡатнашыусылар һәм призерҙар. Еңел атлетика менән шөғөлләнә башлаусылар шулай уҡ мәктәп спартакиадаларында яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә.